Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
29 Сентябрь 2020, 22:30

Тимур Әнүәр улы--иң шәп отоларинголог

Бөгөн—отоларингологтар көнөКөҙ етеп, тәүге һалҡындар төшкәс тә кешеләр тымаулап, сөскөрөп ауырый башлай. Сирен аҙҙырыусылар гаймориттан, ангинанан йонсой, ҡолаҡтары һыҙлауға түҙмәй. Тап ошо мәлдә лор-табиптарына сират күбәйә. Ошонан сығып 29 сентябрҙә Отоларингологтар көнө уҙғарыла.

Көҙ етеп, тәүге һалҡындар төшкәс тә кешеләр тымаулап, сөскөрөп ауырый башлай. Сирен аҙҙырыусылар гаймориттан, ангинанан йонсой, ҡолаҡтары һыҙлауға түҙмәй. Тап ошо мәлдә лор-табиптарына сират күбәйә. Ошонан сығып 29 сентябрҙә Отоларингологтар көнө уҙғарыла.
Сибай үҙәк дауаханаһында тәжрибәле отоларингологтар—Ғәлиә Ҡотлогилдина, Нәйлә Бураншина, Любовь Андреева оҙаҡ йылдар эшләй. Уларҙың эҙенә баҫып килеүсе йәш табип Тимур Сирусиндың да отоларингология өлкәһендә 12 йыл стажы бар. Әлеге ваҡытта ул дауахананың халыҡ телендә әйткәнсә, лор бүлеген етәкләй.
--Беҙҙең бүлектә Сибай ҡалаһынан, Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла райондарынан ауырыуҙар дауалана. Йылына 1 меңгә яҡын сирлене бағабыҙ, шуларҙың 35-40 процентына операция яһарға тура килә,--ти Тимур Әнүәр улы. –Эшебеҙ тәү ҡарашҡа ябай һымаҡ, әммә үҙенә күрә ҡатмарлыҡтары бик күп. Дауалау процедураларын заманса медицина ҡорамалдары ярҙамында атҡарыбыҙ.
Тимур Сирусин был һөнәргә бәләкәйҙән ғашиҡ булмаһала, табип һәм урта медицина хеҙмәткәре ғаиләһендә үҫкән егет Башҡорт дәүләт медицина университетын бөткәс тә отоларингология буйынса специализация үтә. Шул мәлдән ошо өлкәлә квалификация күтәреү буйынса махсус курстар үтеп белемен камиллаштыра һәм уны эшендә ныҡлы ҡуллана. Шуға ла ауырыуҙар йәш табиптың ҡулдарының шифаһын тоя, дауаланыуға тап уға эләгергә тырыша.