Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
28 Сентябрь 2020, 23:50

Сир йыҡмаһын аяҡтан

Коронавирус әллә ҡайҙа, беҙгә ғүмерҙә лә килеп етмәйәсәк сирҙе һөйләп ҡурҡыталар тиһәк тә, ауырыу эргәлә шул. Ул бар һәм уның менән таныштар, дуҫтар, туғандар күпләп ауырый. Шөкөр, күптәре еңелсә үткәрә, шулай ҙа ҡорбандар ҙа бар.

Коронавирус әллә ҡайҙа, беҙгә ғүмерҙә лә килеп етмәйәсәк сирҙе һөйләп ҡурҡыталар тиһәк тә, ауырыу эргәлә шул. Ул бар һәм уның менән таныштар, дуҫтар, туғандар күпләп ауырый. Шөкөр, күптәре еңелсә үткәрә, шулай ҙа ҡорбандар ҙа бар.
Башта беҙ коронавирустан ныҡ ҡурҡтыҡ, сир таралмаһын өсөн талаптарҙы ныҡ үтәнек. Хатта сит ҡаланан ялға ҡайтҡан апайыбыҙға һеңлем:
--Балалар менән эшләйем. Зинһар, беҙгә килмә. Үткәндән ҡалған әйберҙәреңде балкондан ырғытырмын,--тип яҙып барыбыҙҙы ла дөйөм чатта шаҡ ҡатырҙы.
Унан Мәскәүҙән туғандар ҡайтты. “Балаларҙың аҡ кейемдәрен ағартам тип белизнаға һалһам, унан быға ҡәҙәр танауҙы ярып алып барған еҫ бөтөнләй сыҡмайсы,--тип аптырай һеңлем. --Аштың да тәмен тоймай башлағас, вирус йоҡторуыбыҙҙы аңланым. Ярай әле сир өҙлөктөрмәне, эҫе йәй көнө температура күтәрелеп ауырып ятыу, әлбиттә, ҡыйын булды.
Ошондай хәлдәрҙе ишетеп торһаҡ та вирустан ҡурҡмаҫҡа өйрәндек. Ошо арала ғына ике кешене ерләнек: береһе яҡты донъя менән үҙ ирке менән бәхилләшһә, икенсеһенең башына ҡороғор вирус етте. Ике аҙна ИВЛ-да ятҡандан һуң, үҙаллы тын ала алмай, тән температураһының юғарылығынан ҡаны ҡуйырып, вафат булды. Шунда ғына сирҙең эргәлә һәм ҡурҡыныс булыуына төшөндөк. Был сиргә башлыса ир-егеттәр бирешә. Туғаныбыҙ менән бер палата ятҡан ике ир-егет тә дауахананан үҙ аяҡтары менән сыға алмауы үкенес.
Вирус, ысынлап та ҡурҡыныс һәм уны йоҡтормау сараһын күреү зарур. Үҙебеҙҙе һәм яҡындарыбыҙҙы һаҡлайыҡ: битлек, бирсәткә кейәйек, кеше күп йыйылған урындарға бармаҫҡа тырышайыҡ, социаль арауыҡты һаҡлайыҡ!
Читайте нас: