Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
4 Сентябрь 2020, 12:05

Табиптар рәте йәшәрә

Сибай ҡалаһының үҙәк дауаханаһы “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә йәш белгестәр менән тулыланыуын дауам итә. Был хаҡта үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә баш табип Р.Б.Нәҙерғолов хәбәр итте. Радик Буранбай улы белдереүенсә, табиптар рәте йәшәреүе төбәктә медицина ярҙамы күрһәтеүҙең сифатын арттыра, үлем күрһәткесен түбәнәйтеүгә, демографик хәлде яҡшыртыуға булышлыҡ итә.

Шулай итеп, таныш булығыҙ—Нәйлә Нияз ҡыҙы Исрафилова, табип-терапевт.
Йәш табип 2019 йылда Башҡорт дәүләт медицина университетының дауалау факультетын тамамлаған. Хеҙмәт юлын Ханты-Манси автономлы округының Нефтеюганск район дауаханаһында башлаған.
Быйыл йәйҙән Сибай үҙәк дауаханаһы поликлиникаһының 1-се участкаһы табип-терапевты итеп тәғәйенләнгән.
Сибай үҙәк дауаханаһында эш башлаусы тағы бер табип—Венера Ильяс ҡыҙы Айҙашева. Был белгес тә Башҡорт дәүләт медицина университетының дауалау факультетын тамамлаған. Бер йыллыҡ интернатураны Баймаҡ ҡала үҙәк дауаханаһында үткән. 2006 йылда офтальмология буйынса беренсел специализациянан һуң Хәйбулла районының Аҡъяр үҙәк дауаханаһында табип-офтальмолог булып эшләгән. 2012-2017 йылдарҙа Йылайыр районының Йылайыр район дауаханаһында хеҙмәт юлын дауам иткән. 2017-2020 йылдарҙа Ханты-Манси автономлы округының Сургут ҡалаһы дауаханаһында тәжрибә туплаған.
2020 йылдың авгусынан Венера Ильяс ҡыҙы Айҙашева Сибай үҙәк дауаханаһының өлкәндәр поликлиникаһында күҙҙәренә зарланыусыларҙы ҡабул итә.
#нацпроекты#миллипроекттар
Читайте нас: