Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
18 Август 2020, 13:25

СӘЛӘМӘТЛЕК АКЦИЯҺЫ БАШЛАНА

Республика ауылдарында йәшәүселәргә медицина ярҙамын күрһәтеү сифатын күтәреү маҡсатында 24 августан 10 ноябргә тиклем “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы үткәрелә.

Республика ауылдарында йәшәүселәргә медицина ярҙамын күрһәтеү сифатын күтәреү маҡсатында 24 августан 10 ноябргә тиклем “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы үткәрелә. Уның маҡсаты—сирҙәрҙе мөмкин тиклем алдан асыҡлау, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология ауырыуҙарын профилактикалау.
Акцияла Һаулыҡ үҙәктәре, күсмә фельдшер-акушер пункты, күсмә флюорография, маммографтар ҡатнаша. Бынан тыш, республика медицина учреждение белгестәре, Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының, республика кардиология үҙәгенең, республика стоматология поликлиникаһының күсмә диагностика комплекстары ярҙамға ашыға. Табип-белегестәр составына терапевтар, хирургтар, акушер-гинекологтар, онкологтар, кардиологтар, офтальмологтар, урологтар, неврологтар, стоматологтар, эндокринологтар, балалар һаулығы буйынса белгестәр индерелә.
Республиканың бөтә райондарында ла акция үтәсәк. Сара барышында ауыл халҡы консультация аласаҡ, медицина тикшереүе үтә, беренсел ярҙам ала.
Коронавирус инфекцияһы таралыу ҡурҡынысы янау сәбәпле, күсмә бригада эше санитар-эпидемиологик режимға ярашлы эшләй.
#миллипроект#нацпроект#здоровье
Читайте нас: