АТАЙСАЛ
-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
7 Август 2020, 19:10

ЯҢЫ КОРПУС ЭШ БАШЛАЙ

Бөгөн Өфөлә Республика клиник онкология диспансерының хирургия бүлеге асылды. Уны асыу тантанаһында республика Башлығы Радий Хәбиров, Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Олег Гриднев ҡатнашты.Корпус 9 ҡаттан тора, унда бер сменла 450 кешене хеҙмәтләндереп булырҙай поликлиника, 240 урынлыҡ стационар бар. Бында 250 юғары квалификациялы хеҙмәткәр, шул иҫәптән 68 табип эшләйәсәк. 10 август ул үҙенең тәүге пациенттарын ҡабул итәсәк.

Бөгөн Өфөлә Республика клиник онкология диспансерының хирургия бүлеге асылды. Уны асыу тантанаһында республика Башлығы Радий Хәбиров, Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Олег Гриднев ҡатнашты.
Корпус 9 ҡаттан тора, унда бер сменла 450 кешене хеҙмәтләндереп булырҙай поликлиника, 240 урынлыҡ стационар бар. Бында 250 юғары квалификациялы хеҙмәткәр, шул иҫәптән 68 табип эшләйәсәк. 10 август ул үҙенең тәүге пациенттарын ҡабул итәсәк.
Төҙөлөш 2017 йылдың авгусында башланғайны. 2019 йылда федераль бюджеттан 686 миллион һум аҡса бүленде. Проекттың дөйөм суммаһы--2 млрд һум. Комплекс заманса йыһазландырылған, был юғары медицина ярҙамы күрһәтергә мөмкинлек бирә, телемедицина һәм башҡаларының булыуы ҡатмарлы операцияларҙы уңышлы башҡарырға булышлыҡ итәсәк.
Радий Хәбиров һәм Олег Гриднев диагностика һәм дауалау кабинеттарын, палаталарҙы ҡараны, төҙөүселәрҙең эшен юғары баһаланы.
--Бик мәкерле сир икәнен барыбыҙ ҙа беләбеҙ. Онкосирлеләрҙе дауалауҙа матди базаның ныҡлығы кәрәк ине. Әлеге корпустың эш башлауы әлеге сир менән көрәшеүселәрҙә өмөт уята. Төҙөүселәргә рәхмәт белдерәм, ә пациенттарҙың ғүмере өсөн көрәшеүсе табиптар эшендә уңыштар теләйем. Онкология хеҙмәтен модернизациялауҙы дауам итәсәкбеҙ, республикала 13 амбулатор онкология үҙәге булдырасаҡбыҙ. Шуны ла әйтәм: 2020 йылда Республика балалар клиника дауаханаһының Балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәге булдырырға ҡарар иттек,--тине Радий Хәбиров.
Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Олег Гриднев коронавирус мәлендә Башҡортостанда юғары технологиялы медицина ярҙамы үҫешен юғары баһаланы:
--Һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко исеменән рәхмәт һүҙҙәре еткерәм. Еңел булмаған осорҙа онкосирлеләрҙе дауалау буйынса күләмле эш алып бараһығыҙ. Әле илебеҙҙең төбәктәрендә инфекция дауаханалары асыла, ә Башҡортостанда инфекция үҙәге лә, онкология дауаханаһы ла асылды,--тине министр урынбаҫары.
Читайте нас: