Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
6 Август 2020, 19:05

ВЕРТОЛЕТ МАЙҘАНСЫҠТАРЫ БУЛДЫРЫЛА

Башҡортостанда 4 йыл эсендә 10 яңы вертолет майҙансығы барлыҡҡа килергә тейеш. Ул "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты сиктәрендә башҡарыла. Документтарҙан күренеүенсә, уларҙың береһе--Баймаҡта.

Башҡортостанда 4 йыл эсендә 10 яңы вертолет майҙансығы барлыҡҡа килергә тейеш. Ул "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты сиктәрендә башҡарыла. Документтарҙан күренеүенсә, уларҙың береһе--Баймаҡта, өсәүһе--Өфөлә, ҡалғандары Белорет, Нефтекамск, Октябрьск, Стәрлетамаҡ, Асҡын һәм Мәсәғүттә. Баш ҡалалағы вертолет майҙансыҡтары санавиацияны 18-се ҡала клиник дауаханаһы янында, БДМУ клиникаһында, Республика клиник перинаталь үҙәгендә ҡабул итәсәк. Бер майҙансыҡты хеҙмәтләндереү йылына 960 мең һумды тәшкил итәсәк.
Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 2024 йылға санавиация осоштары 111-гә етергә тейеш. Әйтергә кәрәк: 2013 йылдан санавиация хеҙмәте күләме кәмеп киткән. 2010 йылда 63 осош булһа, 2016 йылда--6. 2019 йылда был өлкә финансланған, 13,5 миллион һум аҡса күсерелгән: 29 самолет, 23 вертолет осҡан.
Санавиация үҫешһә, йылына яҡынса 288 пациент хеҙмәтләндереләсәк.
Программа сиктәрендә, "Тиҙ ярҙам" хеҙмәтен яңынан ҡарау планлаштырыла. Берҙәм тиҙ ярҙам үҙәге булдырыу, төбәктәрҙә, атап әйткәндә, Сибайҙа, Бөрөлә, Күмертауҙа, Белоретта, Нефтекамскиҙа, Октябрьскиҙа, Мәсәғүттә, Өфө һәм Стәрлетамаҡта уның муниципаль-ара бүлектәрен, йә станцияларын булдырыу ҡаралған. Берләштереү 2024 йылға тамамланырға тейеш.
Читайте нас: