Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
9 Июль 2020, 14:05

МӘРХӘМӘТЛЕК КҮРҺӘТКӘН

Ҡояш станциялары төҙөү менән булышыусы компания Башҡортостан медицина учреждениеларына мәрхәмәтлек ярҙамы күрһәткән. Пандемия осоронда был бик мөһим.

Башҡортостан табиптарына Солар Системс компанияһы мәрхәмәтлек ярҙамы күрһәткән.
Солар Системс компанияһы Рәсәйҙә төҙөлөш һәм ҡояш парктарын ҡулланышҡа индереү менән шөғөлләнә. Үҙ эштәрен йәйелдергән төбәктәрҙә улар медицина хеҙмәткәрҙәренә ярҙамға килгән. Башҡортостанда "Башҡортостан Республикаһының сауҙа-сәнәғәт палатаһы" Союзы булышлығы менән 6,5 миллиондан ашыу һумлыҡ мәрхәмәтлек күрһәткән.
Солар Системс медицина учреждениеларына 6 меңдән ашыу FFP3 маркалы респиратор биргән. Был пандемия мәлендә бик мөһим.
Компания үҙ хеҙмәткәрҙәре һаулығына ла етди ҡарай. Әле ҡояш электростанциялары төҙөү майҙансыҡтарында эш дауам итә. Шуға хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен күҙ уңынан ысҡындырмайҙар. 2020 йыл аҙағына тиклем республикала 6 объектты тапшырырға тейештәр. Уның ҡеүәте 50 МВт. Планға алынған инвестиция күләме 6 миллиард һумды тәшкил итә, 60 яңы эш урын булдырыу күҙ уңында тотола.
Солар Системс барлыҡ партнерҙарын медицинаға ярҙам итергә саҡыра. Берҙәм эш кенә иҡтисади күрһәткестәрҙе яҡшырта, көрсөктән ҡотҡара һәм кеше ғүмерҙәрен һаҡлай.