Башҡортостан Сауҙа дәүләт комитеты, коронавирус инфекцияһы таралыуға юл ҡуймау маҡсатында, республикала битлек режимы үҙ көсөндә ҡалыуын хәбәр итә.
Сауҙа селтәрҙәренә барған саҡта социаль дистацияны тотоғоҙ, битлек һәм бирсәткә кейегеҙ. Сауҙа объекты хеҙмәткәрҙәре лә хәүефһеҙлек ҡағиҙәһен белергә тейеш. Ике-дүрт сәғәт һайын дезинфекция саралары күреү мотлаҡ.
Сауҙа үҙәктәренә килеүселәрҙең тән температураһын үлсәү, юғары температуралы кешеләрҙе индермәү, дезинфекция саралары урынлаштырыу, килеүселәр һанын сикләү (20 кв.метрға 1 кеше тура килергә тейеш) талап ителә. Ҡағиҙә боҙоусылар яуаплылыҡҡа тарттырыла.