Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 5 күсмә маммография кабинетының асҡыстарын тапшырҙы. Рәсәйҙә етештерелгән медицина ҡоролмаһы Белорет, Бөрө, Күмертау, Нефтекамск һәм Сибай ҡалаларына бирелде.
Мобиль ҡоролма автономлы ҡулланыу өсөн кәрәкле бөтә йыһаздар менән байытылған, шулай уҡ уны "Сәләмәтлек поезы" акцияһы сиктәрендә лә файҙаланырға була.
Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, яңы техника күп ҡатын-ҡыҙҙар һаулығын тикшерергә ярҙам итәсәк, яман шеш сирҙәрен мәлендә асыҡларға булышлыҡ бирәсәк. 2020 йылда 162 миллион һумға 8 күсмә кабинет алынған.
Республика Башлығы яңы техниканы ҡарап, медицина хеҙмәткәрҙәренең эшләү шарттарына үҙ баһаһын бирҙе:
-- Йәнә өс яңы машина килеүен көтәбеҙ. Заманса, ҡулайлы комплекстар республика кимәлендә эшләр. Процедура күп ваҡытты алмай. Иң мөһиме ҡатын-ҡыҙҙар беҙҙе ишетһен һәм даими һаулығын тикшертеп торһон. Яҡын арала беҙ төпкөлдә ятҡан төбәктәргә "Сәләмәтлек поезы"н йәнә ебәрә башлаясаҡбыҙ. Яман шеште ваҡытында асыҡлау табиптарға уларҙы уңышлы дауаларға мөмкинлек бирһә, пациенткаларға ғүмер бүләк итер, --тине Радий Хәбиров.