АТАЙСАЛ
+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
7 Июль 2020, 15:00

КЕРӘН ЯРҘАМ ИТЕРЕН БЕЛӘМ

"Кемдер--ышаныр, кемдер ышанмаҫ, әммә мин керән тамыры менән аяҡҡа баҫтым",--ти ул. Эйе, ышаныу-ышанмау--һеҙҙең эш. Әммә уның файҙаһы күп.

Ҡарасай-Черкес Республикаһында коронавирус ныҡ таралып киткәйне. Күптән түгел сирләүселәрҙең береһенең видеояҙмаһына тап булдым. "Кемдер--ышаныр, кемдер ышанмаҫ, әммә мин керән тамыры менән аяҡҡа баҫтым",--ти ул. Эйе, ышаныу-ышанмау--һеҙҙең эш. Әммә уның файҙаһы күп. Бөгөн шуға туҡталмаҡсыбыҙ.
Ҡарасай-Черкес Республикаһында йәшәүсе 250-300 грамм керәнде ҡырғыс аша үткәреп, уны 3 литрлыҡ банкаға һалған да, өҫтөнә йылы һыу ҡойған, бал өҫтәгән һәм уны өс сәғәт һайын ярты стакан эскән.
Әлбиттә, ул да, беҙ ҙә табип түгел. Шуға мотлаҡ табип менән кәңәшләшергә ҡушыр инек. Сөнки керән бик көслө, сама белмәгәндә зыян итеүе лә ихтимал.
Керән (хрен)-- ул тәбиғи антибиотик. Унда микробҡа ҡаршы матдәләр бар. Фитонцидтар башҡа үҫемлектәр составында була, әммә ул керәндә, һарымһаҡта, һуғанда, муйылда, эвкалипта бигерәк күп.
Керән күптәрҙең ишек алдында, баҡсаһында үҫә, ташландыҡ ерҙәрҙә лә килеп сыҡҡылай. Ул "мыжыҡ" түгел, теләһә ҡайһы шарттарҙа ла үҫә, керәнде сентябрь-ноябрь айында ҡаҙып алалар.
Дауаланыу өсөн керәндең тамырын һәм япрағын ҡулланалар. Шулай ҙа тамыры көслөрәк, шифалыраҡ. Көн һайын 20 грамм керән тамырын ҡулланыу кәңәш ителә. Ул витаминдарға, минираль матдәләргә бай.
Керәндән эшләнгән иҙмәлә (пюре) файҙалы матдәләр бер аҙна ғына һаҡлана.
Керән һейҙек ҡыуыусы булып тора, бөйөр сирле булғанда, һейҙек ҡыуығына инфекция үткәндә ярҙам итә, ревматизмдан дауалай.
Яҙғы авитаминоз мәлендә ярҙамға килә. Кариес булдырмау өсөн керән сәйнәйҙәр. Иммун системаһын нығыта, инфекциялар менән көрәшә. Аш эшкәртеүҙе яйға һала. Ҡаҡырыҡты сығарыу өсөн яҡшы ысул. Бының өсөн ярты балғалаҡ ҡырылған керәнде ас ҡарынға ашарға ҡушалар. Организмдағы шәкәр кимәлен төшөрә, һейҙек ҡыуығынан таштарҙы сығара. Яҡшы антисептик булып тора, эренле яраларҙы дауалай. Аппетитты күтәрә, пневмония, бронхит, плеврит мәлендә ныҡ файҙалы. Аҙ ҡанлылыҡты, стенокардияны дауалай. Юғары ҡан баҫымы менән ыҙалаһағыҙ ҙа керәнгә "мөрәжәғәт" итегеҙ.
Косметологияла киң ҡулланыла, ул таптарҙы, һипкелдәрҙе бөтөрә. Бының өсөн һыулы ҡатышма эшләп алырға кәрәк.
Ябығырға ла ярҙам итер. Бының өсөн 125 грамм керән, 3 аш ҡалағы бал, 2 ҡалаҡ дәрсен (корица), 2 см имбирь тамыры, лимон һуты кәрәк. Керән менән имбирҙы ваҡларға, лимон һуты, бал , дәрсен ҡушырға. Ас ҡарынға 1 аш ҡалағы эсергә.
* Табип менән кәңәшләшергә.