Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
26 Июнь 2020, 21:15

АҠ ХАЛАТЛЫЛАР ТӘБРИКЛӘНДЕ

Бөгөн, 26 июнь көнө, Өфө ҡалаһында Медицина хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған сара үтте. Унда республика Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.


Бөгөн, 26 июнь көнө, Өфө ҡалаһында Медицина хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған сара үтте. Унда республика Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.
Һаулыҡ һағында тороусыларға арналған сара тәү тапҡыр шундай киң ҡолас алды. Коронавирус пандемияһы уларҙың эшмәкәрлегенең мөһим булыуын тағы бер ҡат иҫбат итте. Сөнки нәҡ улар COVID-19 вирусына ҡаршы көрәштең тәүге һыҙығында булды. Медицина хеҙмәткәрҙәренең тырышлығы менән кешеләрҙең күпләп зарарланыуын туҡтатып булды. Уларҙың эшен лайыҡлы баһалау инициативаһын Радий Хәбиров күтәреп сыҡҡайны.
Байрам сараһы Рәсәй һәм Башҡортостан наградаларын тапшырыуҙан башланды. Бүләкләү тантанаһы алты майҙанда үтте.
Унан медицина хеҙмәткәрҙәре, барлыҡ санитар талаптарҙы үтәп, парадҡа теҙелде. Табиптарҙан торған колонна Зәки Вәлиди урамы буйлап Башҡорт дәүләт драма театрынан алып "Торатау" Конгресс-холына тиклем барҙы.
Республика Башлығы аҡ халатлыларҙы “Ватан” паркында сәләмләне. Ул барыһын да байрам менән ҡотланы һәм юғары дәүләт наградалары тапшырҙы.
Артабан Радий Хәбиров 10 медицина учреждениеһы етәксеһенә 21 "Ашығыс ярҙам" машинаһы асҡысын тапшырҙы. Бынан тыш республиканың санитар авиацияһы медицина модуле булған “Ансат” Рәсәй вертолеты менән тулыланды.
Сара ҙур концерт менән тамамланды. Унда республика йондоҙҙары, шул иҫәптән халыҡ артистары Илдар һәм Асҡар Абдразаҡовтар, республиканың Милли симфоник оркестры ҡатнашты.