АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
30 Май 2020, 16:35

ИНФЕКЦИЯ ҮҘӘГЕ АСЫЛДЫ

Бөгөн Өфө ҡалаһында яңы инфекция үҙәге асылды. Уны асыу сараһында Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко ҡатнашты. Уны аэропортта республика Башлығы Радий Хәбиров ҡаршы алды.


Бөгөн Өфө ҡалаһында яңы инфекция үҙәге асылды. Уны асыу сараһында Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко ҡатнашты. Уны аэропортта республика Башлығы Радий Хәбиров ҡаршы алды.
Ике айға яҡын ҡыҫҡа ғына осорҙа сафҡа ингән госпиталь бер ҡатлы, улар тиҙ төҙөлә торған модуль конструкцияларҙан йыйылған. Дөйөм майҙаны – 16 мең квадрат метр. Үҙ эсенә 100 бокс формаһындағы палаталарҙы ала, шул иҫәптән тәүлек әйләнәһенә эшләй торған 82 боксты һәм 18 реанимация палатаһын.
Комплекста диагностика, дезинфекция бүлектәре, лаборатория, дарыухана һәм үҙәк стерилизация бүлеге, медицина персоналы өсөн ятаҡ бар. Тулы ҡеүәтенә эшләгән осраҡта, госпиталь 470 кеше ҡабул итә аласаҡ.
Комплекста иң һуңғы заман талаптарына ярашлы ҡорамалдар ҡуйылған, улар иң юғары кимәлдә медицина ярҙамы күрһәтеү мөмкинлеген бирә. Госпиталь тәүге пациенттарын 1 июндән ҡабул итә башлаясаҡ.
Михаил Мурашко һәм Радий Хәбиров комплексты ҡарап сыҡты, төҙөүселәр башҡарған эштәрҙең масштабын, сифатын баһаланы. Шулай уҡ медицина хеҙмәткәрҙәренә, инфекция үҙәген төҙөгәндәргә һәм был бурысты атҡарғанда әүҙемлек күрһәткәндәргә дәүләт наградалары тапшырҙы.
Мәғлүмәт "Башҡортостан" гәзитенән алынды.
Динар Кәлимуллин фотоһы.