Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
4 Май 2020, 17:20

СИР ЙОҠТОРОУСЫЛАР БАР ӘЛЕ

Бөгөн республика стационарҙарында 445 кеше дауаланыу үтә. Уларҙың 298-е үҙен сағыштырмаса яҡшы тоя, 113 кешенең хәле уртаса, 34 сирленең хәле насар (уларҙың 18-е яһалма елләтеү аппараты аҫтында).

4 майҙа 12.00 сәғәткә алынған мәғлүмәттәр буйынса, 1102 коронавирус инфекцияһы йөрөткәт кеше теркәлгән. Һуңғы тәүлектә йәнә 80 кешелә COVID-19 барлығы асыҡланған. Бөгөн республика стационарҙарында 445 кеше дауаланыу үтә. Уларҙың 298-е үҙен сағыштырмаса яҡшы тоя, 113 кешенең хәле уртаса, 34 сирленең хәле насар (уларҙың 18-е яһалма елләтеү аппараты аҫтында).
Сирҙең еңел формаһын эләктереүсе 388 кеше амбулатор дауаланыу ала.
Үткән тәүлектә 70 кеше һауығып сыҡҡан, ә дөйөм алғанда һауығыусылар һаны - 255.
Һуңғы тәүлектә COVID-19 инфекцияһынан үлеүсе теркәлмәгән.
Тәүлек эсендә 33 кеше пневмония менән дауаханаға эләккән, уларҙың барыһынан да COVID-19 инфекцияһына анализ алғандар.
Башҡортостанда 86898 кеше медицина күҙәтеүе үткән, 80525 кеше коронавирустың яңы төрөнө тикшерелгән. Һуңғы тәүлек эсендә тикшерелеүселәр һаны 4079 кешегә барып еткән.
Читайте нас: