Коронавирус инфекцияһына бәйле хәлдәр киҫкен. Шуға ла әлегә үҙизоляция дауам итә. Шуны иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: магазиндарға, дарыуханаға, дауаханаға һәм башҡа йәмәғәт урынына мотлаҡ рәүештә битлек кейеп инергә!
Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова әйтеүенсә, урамда яңғыҙ саҡта, бер кем менән дә яҡын тороп аралашмаған саҡта битлекһеҙ мөмкин. "Саф һауа тын юлдарын таҙартыу, иммунитет күтәреү өсөн бик мөһим. Әммә берәй офисҡа, бинаға, магазинға инәһегеҙ икән, ул саҡта мотлаҡ битлек кейергә",--ти ул.
Бөгөн республиканың биш ҡалаһында - Стәрлетамаҡ, Ишембай, Салауат, Меләүез, Кумертауҙа #ЯрҙамғаБитлек акцияһы үткән. Ирекмәндәр бушлай битлек таратҡан. Өфөлә иһә төшкә ҡәҙәр 35 мең битлек өләшелгән.
Башлыҡ күрһәтмәһенә ярашлы, битлеккә дефицит булмаҫҡа тейеш. Еңел сәнәғәт тарафынан тәүлегенә 150 мең битлек етештерелә.