Ҡытайҙағы коронавирус таралыуын дауам итә. Интернет сығанаҡтары күрһәтеүенсә, әле ул Корея Республикаһында, Германияла, Австралияла, Вьетнамда, Сингапурҙа, АҠШ-та, Таиладта, Францияла, Японияла һәм башҡа илдәрҙә теркәлгән.
Хәүефте кисектереү маҡсатында, Рәсәй-Ҡытай сигендәге пункттар ябылды. Вице-премьер Татьяна Голикова белдереүенсә, был пункттар Амур өлкәһендә, Хабаровск, Байкал аръяғы һәм Приморск крайҙарында урынлашҡан.
Федераль агентлыҡ сайтындағы мәғлүмәттәрҙә күренеүенсә, Рәсәй-Ҡытай сигендәге автомобиль пункттары 24 ғинуарҙа уҡ ябылған.
--Ҡытайҙан килеп Рәсәйҙә белем алыусы, әле каникулға ҡайтыусы студенттар өсөн 2020 йылдың 1 мартына тиклем каникулды оҙайтырға тәҡдим итәм,--тине Голикова.
Ҡытай менән Рәсәй араһындағы тимер юл транспорты эшмәкәрлеге лә, Пекин-Мәскәү маршрутын иҫәпкә алмағанда, туҡталып торасаҡ.