Уҙған аҙнала Башҡортостанда 20 916 кеше киҫкен респиратор вирус инфекцияһы һәм киҙеү менән ауырып киткән, Өфөлә 6 700 кешегә диагноз ҡуйылған. Шулай ҙа республикала әлегә киҫкен респиратор вирус инфекцияһы һәм киҙеү буйынса эпидемия юҡ, тип белдерелә.
Башҡортостан Мәғариф министрлығы белдереүенсә, мәктәптәрҙә кластар һәм балалар баҡсаларында төркөмдәр өлөшләтә карантинға ябыла. Бөгөнгә 29 класс һәм төркөм балаларҙы ҡабул итмәй.
Салауат, Бөрө, Хәйбулла, Учалы, Дыуан, Балаҡатай һәм башҡа райондарҙа, шулай уҡ Өфө, Салауат һәм Ағиҙел ҡалаларында дәрестәр туҡтатылған.