2020 йылда һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһына 550 миллиард һум аҡса бүлеү ҡарала. Был хаҡта ил Президенты В.В.Путин бөгөнгө мөрәжәғәтнамәһендә белдерҙе. Уның әйтеүенсә, был сараларҙың 90 проценты—федераль ресурстан. Модернизация 1 июлдән башлана.
В.В.Путин беренсел звеноға иғтибарҙы арттырырға ҡушты.
--Һаулыҡ һаҡлау өлкәһен халыҡ һандар һәм күрһәткестәр аша билдәләмәй. Унлаған километр юл үтеп поликлиникаға килгән, көнө буйы йә иһә белгескә эләгеү өсөн аҙналар буйы сират көткән кешене илдә кеше ғүмеренең оҙонлоғо күпмегә үҫеүе бер ҙә ҡыҙыҡһындырмай. Ул үҙенең һаулығы һәм ғүмере хаҡында уйлай”,--тине ил етәксеһе.
Шуға ла, президент әйтеүенсә, фельдшер-акушерлыҡ пункттарының эшмәкәрлеген ошо йылда тулыһынса киңәйтергә кәрәк. Был пункттар “справка яҙыу” йәки район үҙәгенә ебәреү менән генә шөғөлләнергә тейеш түгел. “Урындағы белгестәр аныҡ медицина ярҙамы күрһәтә белергә бурыслы”,--тип өҫтәне В.В.Путин.
Шулай уҡ быйылдан һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә яңыса эш хаҡы түләү башланасағы хаҡында белдерҙе.