Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
10 Декабрь 2019, 12:55

Һәр кеше ҡәҙерле

Киләсәктә лә һәр кеше, уның һаулығы өсөн көрәшәсәкбеҙ.

Юл-транспорт фажиғәһе, һыуға батыу, суицид, суррогат эсемлек ҡулланыуҙан ағыуланыу осраҡтарын кәметеү һөҙөмтәһендә 2019 йылда Башҡортостанда 2600 кеше ғүмере ҡотҡарып ҡалынған. Был хаҡта Р.Хәбиров бөгөнгө мөрәжәғәтнамәһендә телгә алды.
--Киләсәктә лә һәр кеше, уның һаулығы өсөн көрәшәсәкбеҙ. Бының өсөн юғары технологик медицина ярҙамы менән тәьмин итеү мөһим. Ҡала һәм район дауаханалары өсөн заманса ҡорамалдар алабыҙ. Уларҙың туҡтауһыҙ даими эшләүен, сираттар булмауын күҙәтеп барасаҡбыҙ, --тине Р.Ф.Хәбиров.