Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
6 Декабрь 2019, 15:45

ГОРМОНДАР ИПКӘ КИЛЕР

Ҡатын-ҡыҙҙар һаулығы өсөн түбәндәге рецептарҙың файҙаһы ҙур. Уларҙы әҙерләү ҙә бик ябай.

Ҡатын-ҡыҙҙар һаулығы өсөн түбәндәге рецептарҙың файҙаһы ҙур. Уларҙы әҙерләү ҙә бик ябай.
1-се рецепт
Лимон һуты ҡушылған йылы һыу артыҡ ауырлыҡтан ҡотолорға, организмдан токсиндарҙы сығарырға, иммунитетты күтәрергә, тире торошон, аш эшкәртеүҙе яҡшыртырға ярҙам итер. Лимон лептинға бай, йәғни кешене “туҡлыҡ” гормоны бирә. Ул баланста булмаһа, организмда май йыйыла башлай.
Был һутты әҙерләү бик ябай: ярты лимонды һығып һутын алырға ла, өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойоғоҙ. Бер аҙ һыуынғас, бер тамсыһын да ҡалдырмай тиҙ генә эсеп ҡуйығыҙ. Һәр иртәгеҙҙе ошонан башлаһағыҙ, үҙегеҙҙе яҡшы тойорһоғоҙ.
2-се рецепт
Ҡурай еләге япраҡтары ҡатын-ҡыҙҙың репродуктив системаһын көйләй. Организмды нығыта, һыҙланыуҙар еңелерәк үтә. Был төнәтмә кәйеф күтәренкелеге өҫтәй. Ҡурай еләге япрағынан эшләнгән сәйҙе көн һайын өс сынаяҡ эсһәгеҙ, гормональ фонда тайпылыштар булмаҫ.
Әҙерләү ысулы: бер ҡалаҡ аш ҡалағы япраҡҡа (ҡоро булһа ла ярай) 200 мл ҡайнар һыу ҡойоғоҙ. 10 минут төнәткәс, эсергә ярай. Тик йоҡлар алдынан эсмәгеҙ, йоҡоғоҙ “ҡасыр”.
3-сө рецепт
Куркума һалынған һөттө “алтын һөт” тип йөрөтәләр. Ул ҡатын-ҡыҙҙарҙың барлыҡ гормондарын баланста тотасаҡ, иммун системаһын яҡшырта, аш эшкәртеүҙе яйға һала, һыуыҡ тейгәндә ярҙам итә.
Әҙерләү: 200 мл йылы һөткә ½ ҡалаҡ куркума һалығыҙ ҙа эсегеҙ. Бал ҡушырға ла мөмкин. Йоҡлар алдынан ҡулланыу яҡшыраҡ.
*Табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!
Читайте нас: