2019 йылдың 29 ноябрендә Рәсәйҙә медицина хеҙмәте күрһәтеүсе төркөм үҙенең юбилейын билдәләй. “Әсә һәм бала” компанияһы бынан 10 йыл элек Башҡортостанда амбулатор клиника булараҡ асылғайны. Уның һөҙөмтәләре юғары була, шуға ла компания заманса, күп функциялы госпиталь төҙөү өҫтөндә уйлана башлай. Шулай итеп, 2014 йылдың октябрендә киң хеҙмәтләндереүсе медицина учреждениеһына әйләнә.
Эшләү дәүерендә, компания Башҡортостанда һәм унан ситтә юғары репутацияға өлгәшә. Бында 5 380 бала табыу ҡабул ителә, 5 480 сабый донъяға килә, 6 350 ЭКО эшләнә, 1 миллиондан ашыу мөрәжәғәт алына. Һәр кем бында мотлаҡ медицина страховкаһы системаһы аша бер нисә йүнәлештә хеҙмәтләндерелә. Ғаиәлнең бөтә ағзаһы ла үҙ һорауына яуап таба ала.
“Әсә һәм бала” медицина үҙәге быға тиклем күрһәтелмәгән хеҙмәттәр тәҡдим итә–генетик диагностика ҡуйыла, хәүеф төркөмөн асыҡлайҙар, уникаль операциялар эшләнә. Ауырлылар, яңы тыуған сабыйҙар өсөн МРТ ҡаралған.
Компанияның генераль директоры Марк Курцер билдәләүенсә, 10 йыл элек Башҡортостанда эш башлаған медицина үҙәге юғары сифатлы медицина ярҙамы күрһәтә. Ул ышанып килгән һәм мөрәжәғәт иткән һәр пациентҡа, бар тырышлығын һалып эшләгән коллективҡа рәхмәт белдерә.