Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министрлығы халыҡҡа ойоштороу-методик һәм консультация күрһәтеү маҡсатында 2019 йылдың 5 ноябренән 2020 йылдың 27 мартына ҡәҙәр табиптарҙың күсмә бригадаһын булдырҙы. Бригада составына ингән нейрохирург, акушер-гинеколог, уролог, колопроктолог, гинеколог-репродуктолог, гастроэнтеролог, пульмонолог, оториноларинголог, шулай уҡ өлкәндәр һәм балалар кардиологтары, невролог, эндокринолог һәм офтальмологтар ҡала һәм райондар буйлап йөрөй. Табиптар төркөмөндә беренсе тапҡыр “Әсә һәм бала” дәүләт клиникаһы белгестәре ҡатнаша.