Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
1 Ноябрь 2019, 12:20

Белгән өйрәтә

Сибайҙа ошо көндәрҙә генә 47 кеше күҙенә операция яһатҡан. Был нисек һәм нилектән мөмкин булған?

Өфө фәнни-тикшеренеү институтының күҙ ауырыуҙары III микрохирургия бүлеге мөдире, табип-офтальмолог, медицина фәндәре кандидаты Раян Рәфҡәт улы Хисмәтуллин Сибай ҡалаһы үҙәк дауаханаһында икенсе йыл рәттән операциялар уҙғара. Был юлы ла баш ҡала белгестәре дауахананың офтальмология бүлеге мөдире Амур Хөрмәт улы Моталлапов һәм күҙ табибы Алһыу Абрар ҡыҙы Ғайсина менән берлектә 47 кешенең күҙенә Швейцарияла етештерелгән «Катарекс» факоэмульсификатор аппаратында операция яһаны. Бөтә операциялар ҙа уңышлы үткән, өҙлөгөүселәр юҡ.
Сибай үҙәк дауаханаһының офтальмология бүлегендә йыл әйләнәһенә күҙенә, күреү һәләтенә зарланғандар дауалана. Урал аръяғы халҡы ла сибайҙар күрһәткән сифатлы медицина ярҙамы менән ҡуллана ала.
Читайте нас: