АТАЙСАЛ
-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
3 Октябрь 2019, 16:33

Кер һабыны файҙалы

Уның менән аллергиктарҙың кейемдәрен йыуалар, аяҡҡа сыҡҡан “бәшмәк”те бөтөрә, янған урынға ла һөртәләр…Был әле тулы исемлек түгел. Кер һабынының (72 процентлығы) файҙаһы бик күп. Уны белеп кенә файҙаланырға кәрәк.

Уның менән аллергиктарҙың кейемдәрен йыуалар, аяҡҡа сыҡҡан “бәшмәк”те бөтөрә, янған урынға ла һөртәләр…Был әле тулы исемлек түгел. Кер һабынының (72 процентлығы) файҙаһы бик күп. Уны белеп кенә файҙаланырға кәрәк.
Ысынлап та, керҙе таҙартыуҙа уға етеүсе йыуыу сараһы юҡ. Медицинала ла уны ҡулланалар. Сөнки шифаһы бар. Ул дезинфекция өсөн бик яҡшы. Ғәҙәттә, бала табыу йорттарының иҙәндәрен порошок менән түгел, һабын иҙмәһе менән йыуалар. Бәлки, хәҙер улай ҙа түгелдер, әммә элегерәк нәҡ кер һабынын ҡулланғандар.
Әгәр балағыҙ йә үҙегеҙ ҡолап, тубыҡ-терһәкте яралаһағыҙ, йәрәхәтләнгән урынды ла һабын иҙмәһе менән йыуығыҙ. Берәй бөжәк йә хайуан тешләһә лә, ҡулығыҙҙа башҡа нәмә булмаһа, нәҡ кер һабыны ярҙамға килер. Тәнегеҙҙең әҙ генә өлөшөн ҡапыл яндырһағыҙ, кер һабынын һыулап һөртөгөҙ ҙә кипкәнсе теймәй тороғоҙ. Күберсеп сыҡмаҫ.
Танауығыҙға тымау тейҙеме? Мамыҡты һабынлы һыуға тығып, шуның менән танау ҡыуышлығын һөртөгөҙ.
Геморрой аҙып китмәгән булһа, кер һабынынан шәм эшләп алырға та тәҡдим итәләр. 10 көн дауамында төнгөлөккә ҡуйырға кәрәк.
* Табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!
Читайте нас: