Сибай үҙәк дауаханаһының баш табибы Радик Нәҙерғолов “Табиптар менән таныштырыу” рубрикаһын дауам итә.
Балалар поликлиникаһында эшләп үҙе ике сабыйға ғүмер бүләк иткәндән һуң табип-педиатр Гөлнара Шәфҡәт ҡыҙы Рәхмәтуллина яңынан балалар һаулығы һағына баҫа.
Гөлнара Шәфҡәт ҡыҙы 2007 йылда Башҡорт дәүләт медицина университетының дауалау факультетында “Педиатрия” специальносын тамамлаған. Сибай үҙәк дауаханаһының балалар поликлиникаһында ошо йүнәлештә ординатура үткән. 2008 йылдан алып участка педиатры булып эшләй. 2014 йылда өҫтәмә рәүештә «Аллергология – иммунология» специальносы буйынса белемен камиллаштырған. 1 октябрҙән төп эше—табип-педиатрҙан тыш, табип-аллерголог булараҡ та пациенттарҙы ҡабул итә башланы.