Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
12 Сентябрь 2019, 16:22

Яңы көстәр ҡушыла

Сибай үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы Р.Б.Нәҙерғолов хәбәр итеүенсә, коллективҡа яңы көстәр ҡушылыуын дауам итә. Ошо көндәрҙә медицина учреждениеһында табип анестезиолог-реаниматолог Айнур Дим улы Заманов эш башлаған.

Сибай үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы Р.Б.Нәҙерғолов хәбәр итеүенсә, коллективҡа яңы көстәр ҡушылыуын дауам итә. Ошо көндәрҙә медицина учреждениеһында табип анестезиолог-реаниматолог Айнур Дим улы Заманов эш башлаған. Йәш белгескә ҡала дауаханаһы ят түгел. Ул Сибай медицина училищеһын тамамлағандан һуң “Тиҙ ярҙам” хеҙмәтендә фельдшер булып 3 йыл эшләп киткән. Башҡорт дәүләт медицина университетында уҡыған мәлдә баш ҡала дауаханаларының хирургия, кардиология бүлектәрендә эшләп, тәжрибә тупларға ла өлгөргән. Уҡыу йортонда “Дауалау эше” специальносы алғандан һуң «Анестезиология - реанимация» йүнәлеше буйынса ике йыл ординатура үткән.
Айнур Дим улына еңел булмаған хеҙмәтендә уңыштар, түҙемлек, сабырлыҡ, именлек теләйбеҙ.