АТАЙСАЛ
+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
1 Август 2019, 15:34

Бар өмөт—йәштәрҙә

Бөгөн һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә иң төп проблема—кадрҙар мәсьәләһе. Йәш белгестәрҙе төбәккә йәлеп итеү өсөн дауахана етәкселеге генә түгел, муниципалитет, хатта дәүләт кимәлендә махсус программалар эшләй.Быйыл Сибай ҡалаһының Үҙәк дауаханаһына өс белгес килде.

Бөгөн һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә иң төп проблема—кадрҙар мәсьәләһе. Йәш белгестәрҙе төбәккә йәлеп итеү өсөн дауахана етәкселеге генә түгел, муниципалитет, хатта дәүләт кимәлендә махсус программалар эшләй.
Быйыл Сибай ҡалаһының Үҙәк дауаханаһына өс белгес килде. Шуларҙың береһе—психиатр, психотерапевт Тимур Рәлиф улы Ғиләзев, икенсеһе—педиатр Карина Рәдиф ҡыҙы. Улар ирле-ҡатынлы табиптар, икеһе лә Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаған, ике бала тәрбиәләйҙәр. Тимур Балаҡатай районынан булһа, Карина Шишмә районы һылыуы.
Дауахананың профком рәйесе Б.М.Шәрипов, йәштәргә оло өмөт бағлауын йәшермәй. Киләсәктә лә медицина учреждениеларына кадрҙар йәлеп ителәсәк, тип белдерҙе ул.
Резеда Вәлиева.