Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
17 Июль 2019, 15:28

Батырға ла ял кәрәк

Каратэ кекусинкай буйынса Сибай ҡалаһы ойошмаһы етәсеһе Руслан Сәфиуллин йыл әйнәһендә секцияһында ентекле шөғөлләнгән бер төркөм тәрбиәләнеүселәрен бер аҙналыҡ йәйге лагерға алып сыҡты

Каратэ кекусинкай буйынса Сибай ҡалаһы ойошмаһы етәсеһе Руслан Сәфиуллин йыл әйнәһендә секцияһында ентекле шөғөлләнгән бер төркөм тәрбиәләнеүселәрен бер аҙналыҡ йәйге лагерға алып сыҡты. Малайҙарға һәм ҡыҙҙарға Баймаҡ районының Иҫән ауылы янындағы Талҡаҫ күле буйындағы үҙенсәлекле ялдары бик оҡшаны. Әлбиттә, таңдан тороп йүгереүҙәр, күнекмәләр яһау еңелдән булмай. Шулай ҙа каратистар бирешмәй, тренерҙары һүҙенән сыҡмай. Балалар күл буйында гел генә күнекмәләр яһап, шөғөлләнеп кенә йөрөмәй, әлбиттә. Сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыусы Руслан Сәфиуллин уларҙы походға алып йөрөй, Ирәндектең иң бейек үренә алып менә, балыҡ тоторға өйрәтә, төрлө уйындар ойоштора.Талҡаҫта һыу инеүе үҙе тәнгә, йәнгә сихәт өҫтәй. Баланслы туҡланыу ҙа спортсыларҙың кәүҙәһен яҡшы торошта тоторға ярҙам итә.
8 йәшлек Рамаҙан Харрасов лагерға үҙ ғүмерендә беренсе тапҡыр барған.
--Иртәнсәк тороуҙары, йүгереүҙәр, тауға үрмәләүҙәр еңелдән булманы. Алай ҙа ҡыш буйы секцияла шөғөлләнгәнмен, шул ныҡ ярҙам итте. Беҙҙең менән ҡуша ҡыҙҙар ҙа ҡаршылыҡтарҙы оҫта үтергә өйрәнде,--тип тәьҫораттарын теҙә малай.
Ата-әсәләр ҙә балаларҙың ялынан ҡәнәғәт. “Өйҙә ҡайҙа барырға, нимә эшләргә белмәй, компьютер, планшетҡа текләп ултырғансы, тәбиғәт ҡосағында йөрөһөндәр. Руслан Рәфис улы балаларҙың сәләмәтлеген нығытыу өсөн барыһын да эшләй, ул-ҡыҙҙарыбыҙҙы көслө рухлы, ысын илһөйәр булып үҫергә өйрәтә. Уға рәхмәтебеҙ сикһеҙ,”—тип ҡыуана Рамаҙандың әсәһе Гөлирә Шәкир ҡыҙы.
Әлегә каратистар тағы ялға китте. Әммә тыныс тормоштары оҙаҡ дауам итмәй, сөнки уларҙы Әбйәлил районының Ташбулат ауылында үтәсәк өлкә йыйындары көтә.