Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
3 Июль 2019, 10:13

Яңы китапта мәғлүмәт етерлек

Сибай ҡалаһының һаулыҡ һаҡлау өлкәһе, район-ара перинаталь үҙәге етәкселеге яңы тыуған сабыйҙар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн китап-иҫкәрмә сығарҙы.

Сибай ҡалаһының һаулыҡ һаҡлау өлкәһе, район-ара перинаталь үҙәге етәкселеге яңы тыуған сабыйҙар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн китап-иҫкәрмә сығарҙы. Китапты уҡып сыҡһағыҙ, күп кенә һорауҙарығыҙға яуап табылыр, бындағы мәғлүмәт кәрәкле ерҙә ориентирлауға, ябай ҡағиҙәләрҙе иҫегеҙҙә тоторға ярҙам итер. Китап-иҫкәрмә 1 июлдән Сибай бала табыу йортонда тыуған һәр сабыйҙың, балалар поликлиникаһына мөрәжәғәт итеүсе 3 айы тулмаған бәпестәрҙең ата-әсәһенә тапшырыласаҡ.