АТАЙСАЛ
-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
28 Июнь 2019, 12:42

Ял итәм тип....ауырып ятма!

Таиландта ял итеп ҡайтҡан бер яҡташыбыҙҙа Денге биҙгәге булыуы асыҡланған. Үткән аҙнала Таиландта ошо сир менән ауырыусылар һаны 583-кә етеүе теркәлгән дә, үкенескә күрә, шулар араһында Стәрлетамаҡ ҡалаһынан бер кеше булған.

Таиландта ял итеп ҡайтҡан бер яҡташыбыҙҙа Денге биҙгәге булыуы асыҡланған.
Үткән аҙнала Таиландта ошо сир менән ауырыусылар һаны 583-кә етеүе теркәлгән дә, үкенескә күрә, шулар араһында Стәрлетамаҡ ҡалаһынан бер кеше булған.
Ҡатын экзотик илдән ял итеп ҡайтҡас, үҙен насар тойоуына зарланып, дауаханаға барған һәм шундуҡ инфекция бүлегенә һалынған. Лабораторияла тикшерелгәс, унда Денге биҙгәге булыуы асыҡланған.
Сирҙе серәкәй тарата. Кешенең температураһы 41 градусҡаса күтәрелә, башы ауырта, быуыны һыҙлай башлай, яҡтылыҡтан ҡурҡа, тәненә сәбертмә сыға, лимфа төйөндәре ҙурая.
Сирҙе ваҡытында дауаланмаһаң, инфекция йоҡтороусы токсик шок кисереүе, энцефалит, менингит, психоз, пневмония менән сирләүе ихтимал.
Диагнозды лаборатория тикшеренеүҙәре үткәргәс кенә асыҡлап була.
Элекке йыл Сибайҙа мәҫәлән, Төркиәлә ял итеүселәр балаларға ауыҙ, ҡул, аяҡ инфекцияһы алып ҡайтты. Тәндең атап әйткән урындарына ғына сәбертмә сығып, балалар ҡысынып ауырыны. Урындағы дауахана табиптары сирлеләргә диагноз ҡуя алмай яфаланды. Аптырағас, аллергия тип яҙырға мәжбүр булдылар.
Ялға бараһығыҙ икән, һаҡ булырға тырышығыҙ. Хәүефле "күстәнәс" алып ҡайтмағыҙ...
Читайте нас: