Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
27 Май 2019, 10:15

«ШИФА»ЛА ЯЛ—ШИФАЛЫ

«Шифа» һауыҡтырыу балалар лагеры Сибай ҡалаһының көнсығышында—Төйәләҫ йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан.«Шифа» балалар лагеры—энтузиазм менән һуғарылған, ижад, яҡшылыҡҡа өндәүсе үҙенә күрә бер донъя ул. Үҫмерҙәр үҙҙәрен үҙ өйҙәрендәге кеүек яҡшы тойһон һәм бер смена эсендә мәктәп, ҡала ығы-зығыһын онотоп, яҡшы ял итһен, яңы дуҫтар табып, йылы хәтирәләр туплаһын өсөн учреждение хеҙмәткәрҙәре бында бөтә шарттар ҙа тыуҙырырға тырыша.

«Шифа» һауыҡтырыу балалар лагеры Сибай ҡалаһының көнсығышында—Төйәләҫ йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан.
«Шифа» балалар лагеры—энтузиазм менән һуғарылған, ижад, яҡшылыҡҡа өндәүсе үҙенә күрә бер донъя ул. Үҫмерҙәр үҙҙәрен үҙ өйҙәрендәге кеүек яҡшы тойһон һәм бер смена эсендә мәктәп, ҡала ығы-зығыһын онотоп, яҡшы ял итһен, яңы дуҫтар табып, йылы хәтирәләр туплаһын өсөн учреждение хеҙмәткәрҙәре бында бөтә шарттар ҙа тыуҙырырға тырыша.
Быйыл бында беҙ 21 көнлөк өс заезд—6 июндән 26 июнгә, 30 июндән 20 июлгә һәм 24 июлдән 13 августҡа тиклем ойошторорға йыйынабыҙ. Ял итеүселәрҙе тәүлегенә биш тапҡыр ашатыу ҡарала. Һәр сменала 100 бала ял итә аласаҡ. Ял һәм һауыҡтырыуға 7-нән алып 15 йәшкә тиклемге бала һәм үҫмерҙәр ҡабул ителәсәк.
Лагерь «Ҡояш, һауа һәм һыу—беҙҙең иң яҡын дуҫтар» программаһына таянып эшләйәсәк. Һәр сменала балаларҙы төрлө ҡыҙыҡлы ижад саралары, мауыҡтырғыс программалар, киске дискотекалар, асыҡ һауала күңелле уйындар, спорт ярыштары, «киске шәмдәр», йылғала һыу төшөү, спартакиада, һабантуй кеүек отряд һәм коллектив уйындар көтә.
Лагерҙа «Театр сәнғәте», «Эстрада вокалы», «Йәш рәссам», «Хореография», «Әкиәт донъяһы (пластилин живописы)», «Футбол», «Баскетбол», «Волейбол», «Пионербол», «Шахмат һәм шашка» кеүек түңәрәк һәм секцияларҙы үҙ эсенә алған Ижади эштәр академияһы эшләй.
Лагерь эсендә төрлө уйын урындары, пляж, футбол, баскетбол һәм волейбол майҙансыҡтары бар. Теннис, аэрохоккей, футбол, шашка һәм шахмат кеүек өҫтәл уйындары өсөн дә бөтә шарттар тыуҙырыл-ған. Бынан тыш экология көндәре, квестар, оҫталыҡ дәрестәре, ижад оҫтаханалары, төрлө тренингылар, эшлекле һәм ролле уйындар ҙа уҙғарыла.
Балаларҙың ялын яҡшыраҡ ойоштороу өсөн беҙҙә йыл да ремонт эштәре башҡарыла. Бына яңыраҡ ҡына «Торлаҡ-коммунал хужалығы» идаралығы ярҙамында һыу төшөү урынын тәртипкә килтерҙек. Пляжда үҙ көсөбөҙ менән 4 беседка, сисенеү урындары эшләп ҡуйҙыҡ. Ике корпуста линолеум алыштырҙыҡ, уйын майҙансығына тағы ла ике бәүелсәк, «бәшмәк» өҫтәнек. Миҙгел асылғанса коллектив әҙерлекте дауам итәсәк әле.
Һүҙ аҙағында шуны ла әйтергә теләр инем: һәр заезға ҡайһы бер балалар өсөн ташламалар ҡаралған. Өҫтәмә мәғлүмәт алыу өсөн 2-20-03 телефоны буйынса шылтыратыуығыҙ һорала. Ҡәҙерле балалар! Беҙ һеҙҙе түҙемһеҙлек менән лагерыбыҙҙа көтөп ҡалабыҙ. «Шифа»ла ялығыҙ күңелле һәм онотолмаҫлыҡ булырына шигебеҙ юҡ.
Фәриҙә Fәлиәкбәрова.
Һүрәттә: «Шифа» лагерында балалар ял итеп кенә ҡалмай, һаулыҡтарын да нығыта.