Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
30 Апрель 2019, 13:05

ЗАМАНСА КЛИНИКАҒА РӘХИМ ИТЕГЕҘ!

Ләйсән Нуретдин ҡыҙы Сөләймәнова Хәйбулла районының Яңы Ергән ауылында тыуған. Аҡъярҙың 1-се мәктәбен тамамлаған ҡыҙ апайҙарының юлынан китә. Уның Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаған Дилара апаһы—Өфөлә, ә икенсеһе Гөлнара Ҡазанда табип булып эшләй. Дауалау факультетында белем алған Ләйсән интернатураны Сибай ҡалаһында үтә. 2002 йылда ҡулына диплом алған йәш белгес Сибай ҡала дауаханаһында табип-терапевт булып эш башлай.

Ләйсән Нуретдин ҡыҙы Сөләймәнова Хәйбулла районының Яңы Ергән ауылында тыуған. Аҡъярҙың 1-се мәктәбен тамамлаған ҡыҙ апайҙарының юлынан китә. Уның Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаған Дилара апаһы—Өфөлә, ә икенсеһе Гөлнара Ҡазанда табип булып эшләй. Дауалау факультетында белем алған Ләйсән интернатураны Сибай ҡалаһында үтә. 2002 йылда ҡулына диплом алған йәш белгес Сибай ҡала дауаханаһында табип-терапевт булып эш башлай.
2004 йылда уны Санкт-Петербург ҡалаһына эндокринологҡа уҡырға ебәрәләр.Үҙ эшен төплө белгән табип Сибай ҡала поликлиникаһында ауырыуҙарҙы ҡабул итә. Бер юлы «Хоҙайғолов һәм Ко» клиникаһында ла эшләргә өлгөрә ул.
Ҡаланың Чайковский урамындағы 28-се йорттоң 1-се корпусында («Тәҡүә» мәсете ҡаршыһында) урынлашҡан клиника халыҡҡа киң даирәле медицина ярҙамы күрһәтә. Бында сибайҙарға һәм Урал аръяғы райондарынан килгән пациенттарҙы ҡабул итеү өсөн барлыҡ уңайлы шарттар тыуҙырылған. Тәжрибәле табиптар һәм яғымлы шәфҡәт туташтары клиникаға килгән һәр кемде асыҡ йөҙ менән ҡаршы алып, уларға тейешле дауалау процедуралары үткәрә, медицина тикшереүе ойоштора.
Радик Сәлмән улы Хоҙайғолов етәкләгән берҙәм коллективта үҙ эштәренә яуаплы ҡараған медицина хеҙмәткәрҙәре һәм юғары категориялы белгестәр эшләй. Терапевт, дерматолог, педиатр, акушер-гинеколог, балалар һәм өлкәндәрҙе дауалаусы эндокринолог, невролог, кардиолог, гастероэнтеролог, ревматолог, аллерголог, онколог, ҡан тамырҙары буйынса хирург һеҙҙе алдан яҙылыу буйынса ҡабул итергә әҙер. Айына бер тапҡыр Өфөнән табиптар килеп сирлеләрҙе ҡабул итә. Мәҫәлән, 16 майҙа ревматологтың, ә 18 майҙа аллергологтың килеүе көтөлә. Белгестәргә эләгеү өсөн алдан шылтыратып яҙылырға мөмкин. Интернеттағы «Бәйләнештә» селтәрендә дауалау учреждениеһы тураһында мәғлүмәт алырға була.
—«Хоҙайғолов һәм Ко» клиникаһы бигерәк тә райондарҙан, төпкөл ауылдарҙан килгән кешеләр өсөн уңайлы. Беҙ уларға бер көндә тулы медицина тикшереүе үткәрә алабыҙ: ҡабул итәбеҙ, анализдар алабыҙ, УЗИ, ФГДС, ЭхоКГ, Холтер мониторлауы, лазер һәм магнитлы терапия үткәрәбеҙ. Ауырыуға диагноз ҡуйғандан һуң, дауалау курсы тәғәйенләйбеҙ. Һуңынан процедуралар кабинетында уколдар һалабыҙ, системалар ҡуябыҙ. Күреүегеҙсә, был клиникала заманса, тиҙ һәм сифатлы медицина ярҙамы күрһәтелә. Тик пациенттарҙың иртәнсәк анализдар биреүгә әҙерләнеп, ас ҡорһаҡҡа килеүҙәре зарур»,—ти юғары категориялы табип-эндокринолог Ләйсән Нуретдин ҡыҙы Сөләймәнова.
«Хоҙайғолов һәм Ко» клиникаһында табиптар дүшәмбенән йомаға ҡәҙәр ҡабул итһә, процедуралар кабинеты ялһыҙ һәм тәнәфесһеҙ эшләй. Үҙегеҙҙең сәләмәтлегегеҙгә етди булығыҙ һәм медицина тикшереүе үтергә ваҡыт табығыҙ.
Альбина Таһирова.
Һүрәттә: «Хоҙайғолов һәм Ко» клиникаһы; табип-эндокринолог Ләйсән Сөләймәнова.