Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
15 Март 2019, 16:14

Министр халыҡты ҡабул итте

Сибай ҡала хакимиәтендә республиканың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин халыҡты ҡабул итте. Етәксегә төрлө һорауҙар менән 50-гә яҡын кеше яҙылған. Күптәр операциянан һуң өҙлөгөүҙәргә юлығыуҙарын, урында дауаланыу өсөн заманса медицина ҡорамалдарын ҡайтарыуҙарын үтенде.

Сибай ҡала хакимиәтендә республиканың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин халыҡты ҡабул итте. Етәксегә төрлө һорауҙар менән 50-гә яҡын кеше яҙылған. Күптәр операциянан һуң өҙлөгөүҙәргә юлығыуҙарын, урында дауаланыу өсөн заманса медицина ҡорамалдарын ҡайтарыуҙарын үтенде. Уңышһыҙ эшләнгән операциянан һуң һул ҡулы ҡыбырламаған ир-егеттең табиптарҙы яуапҡа тарттырырға теләүен дә аңларға була. Һуңғы арала сәләмәтлеккә мандый алмаған иренә шифаханаға йүнәлтмә һораусы ҡатындың үтенесе ыңғай хәл ителде. Көкөрт еҫе ныҡ таралған хәүеф биләмәһендә йәшәүселәргә тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн автономлы палатка һораусыға тәүге медицина ярҙамы хеҙмәте саҡырыуҙарҙы ваҡытында хеҙмәтләндереп өлгөрә, тип белдерелде.
Читайте нас: