АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
26 Февраль 2019, 09:31

"Хыял"ға илткән хыял...

Сибай ҡалаһының бер төркөм балалары Ҡырымдың Евпаторияһындағы «Хыял» шифахаһында рәхәтләнеп ял итә. 7-8 йәшлек балаларҙан торған «Йондоҙсоҡтар» 9-сы төркөмөн З.Сәлимйәнова етәкләй.

Сибай ҡалаһының бер төркөм балалары Ҡырымдың Евпаторияһындағы «Хыял» шифахаһында рәхәтләнеп ял итә. 7-8 йәшлек балаларҙан торған «Йондоҙсоҡтар» 9-сы төркөмөн З.Сәлимйәнова етәкләй.
--Бында килеүебеҙгә 4 көн генә булһа ла бик күп ерҙәрҙә булдыҡ, күп нәмәләрҙе күрҙек!--тип яҙа Зәкиә Таһир ҡыҙы. –Башҡортостанда беҙ сығып киткәндә ҡар яуып, буран сығып тора ине, бында килһәк, көн йылы, ҡыш әҫәре юҡ. Бөгөн генә ҡар күҙе төшөп тора. Балаларға 2500 йыллыҡ тарихы булған Евпатория ҡалаһы буйлап экскурсия ныҡ оҡшаны. Ҡала таҙалығы, бөхтәлеге менән күңелгә ятты, урамдарҙағы биналарҙың тыштарын рәссамдар килешле итеп биҙәгән. Машиналар ҙа, халыҡ та күп түгел.
Сибайҙар шулай уҡ «Алтын асҡыс» ҡурсаҡ театрына тамаша ҡылған. Спектаклде бик ныҡ оҡшатҡандар. Ә иһә дельфинарийҙан уҡыусылар диңгеҙ хайуандары тураһында бик күп мәғлүмәт алған. Шулай уҡ дельфиндарҙы, диңгеҙ бесәйҙәрен, морждарҙы ашатыуҙарын, уларҙы ҡулға эйәләштереүҙәрен ҡыҙыҡһынып күҙәткән.
Йәшәгән урындарында ла ялдарын күңелле үткәрергә тырышалар, кис һайын дискотека уҙғаралар, кино, йәнһүрәттәр ҡарайҙар. Әйтергә кәрәк, шифаханала йәшәү шарттары яҡшы, йәшәү һәм ял өсөн кәрәкле бөтә нәмәләр ҙә бар.
Иң мөһиме--курорт дауаланыуы.
--Бассейн, дауалау физкультураһы, фитотерапия, эфир майҙары менән аэрофитотерапияны балалар рәхәтләнеп үтә, һауыҡытырыу сараларынан дәртләнеп, матурайып килеп сығалар,— ти Зәкиә Таһир ҡыҙы.
«Бында хөрриәт!»--тип ҡул боғап фото төшөрөп ебәргән «Йондоҙсоҡтар» төркөмө тәрбиәләнеүселәре.