Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
22 Февраль 2019, 12:22

Өфө табиптары ҡабул итә

Белеүегеҙсә, 15 ғинуарҙан Сибай ҡала поликлиникаһында республика медицина учреждениеларынан килгән табиптар эшләй. Сибай ҡала поликлиникаһы мөдире Гүзәл Ирмөхәмәт ҡыҙы Сафина әйтеүенсә, бер айҙан ашыуыраҡ ваҡыт эсендә 150-гә яҡын белгес 14 меңдән ашыу ауырыуҙарҙы, шул иҫәптән 5500 баланы ҡараған.

Белеүегеҙсә, 15 ғинуарҙан Сибай ҡала поликлиникаһында республика медицина учреждениеларынан килгән табиптар эшләй. Сибай ҡала поликлиникаһы мөдире Гүзәл Ирмөхәмәт ҡыҙы Сафина әйтеүенсә, бер айҙан ашыуыраҡ ваҡыт эсендә 150-гә яҡын белгес 14 меңдән ашыу ауырыуҙарҙы, шул иҫәптән 5500 баланы ҡараған. Өфө табиптары билдәләнгән графикка ярашлы һәм алдан яҙылыу буйынса ауырыуҙарҙы 1 мартҡа тиклем ҡабул итәсәк. Өлкәндәрҙең һаулығын аллерголог, пульмонолог, невролог, кардиолог, табип-онколог-маммолог, онколог, токсиколог, психотерапевт, гастроэнтеролог, эндокринолог, офтальмолог, отоларинголог, акушер-гинекологтар, УЗИ белгестәре тикшерә, кәрәк икән дауалау курсы үтеүгә күрһәтмәләр яҙа йәки республика дауаханаларына барып ентекле тикшереү үтергә кәңәш итә. Балалар поликлиникаһында ла Өфөнән килгән белгестәр эшләй. 1 мартҡа тиклем республика табиптарына яҙылыу бөткән. Әммә улар артабан да сибайҙарҙың сәләмәтлеген күҙәтеү аҫтында тотасаҡ. Бының өсөн үҙегеҙҙең участка табиптарына барып ниндәй белгескә күренергә теләүегеҙ хаҡында әйтергә һәм яҙылырға кәрәк. Ошо мөрәжәғәттәрҙән сығып, Сибай ҡала поликлиникаһы республика табиптарының ҡабул итеүен ойошторасаҡ. Тағы ла шуны өҫтәп әйтергә кәрәк: әгәр ҙә 5-04-45 телефоны буйынса ¤фө белгестәренә яҙылғанһығыҙ икән, барып күренергә кәрәк. Сөнки 600 кешенең алдан яҙылып та ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында поликлиникаға бармауы асыҡланған. Үҙ һаулығығыҙға битараф булмағыҙ, ваҡытында табиптарға мөрәжәғәт итеү күп бәләләрҙән ҡотҡарыр. Шуны иҫтән сығармағыҙ.
Альбина Ҡоҙашева