Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
25 Ғинуар 2019, 10:29

Иң мөһиме—һаулыҡ

түбәндәге кәңәштәр файҙаға булыр тип уйлабыҙ.1. Үпкә сире, йөрәк-ҡан тамырҙары, астма менән яфаланыусылар, йыш ауырыусылар, ололар һәм балаларға тышта оҙаҡ йөрөү ярамай. Бик булмаһа, респиратор ҡулланығыҙ.

Экология насар булған төбәктә, мәҫәлән, әлеге көндә Сибайҙа йәшәүселәргә түбәндәге кәңәштәр файҙаға булыр тип уйлабыҙ.
1. Үпкә сире, йөрәк-ҡан тамырҙары, астма менән яфаланыусылар, йыш ауырыусылар, ололар һәм балаларға тышта оҙаҡ йөрөү ярамай. Бик булмаһа, респиратор ҡулланығыҙ.
2. Ауыҙҙа ниндәйҙер тәм барлыҡҡа килһә, күҙҙәрең йәшләнһә, әсетһә, тын алыуы ауырлашһа ел иҫкән йүнәлештән тайпылырға, тиҙерәк берәй бинаға инергә кәңәш ителә. Респиратор булмаған саҡта ябай маска, шарф, таҙа ҡулъяулыҡ ҡулланырға.
3. Эсемлектәрҙән һыуға өҫтөнлөк бирегеҙ. Ауыр аштарҙан баш тартып торорға, бутҡа, балыҡ, емеш-еләк, йәшелсә организмға көс бирер.
4. Үпкәләрегеҙгә көсөргәнеш бирмәгеҙ, йәғни тәмәке тартыуҙан баш тартығыҙ.
5. Йорт ишеген, тәҙрәләрҙе ныҡ итеп ябырға, асмаҫҡа. Ел өрөп торған ектәрҙе көпләргә. Өй эсенә еүеш таҫтамалдар элергә, һыу ҡойолған ҙур һауыттарҙы бүлмәләргә ултыртып сығырға. Иҙәндәрегеҙҙе, мебелгә ултырған туҙандарҙы еүеш сепрәк менән көн дә һөртөп алығыҙ.
6. Тыштан өйгә инеү менән асыҡ тән тиреләрен (бит, ҡул) таҙа һыу менән йыуырға. Тамағығыҙҙы сайҡатығыҙ, танау өсөн физраствор ҡулланһағыҙ, тағы ла яҡшыраҡ.
7. Фатирығыҙға һауаны дымландырыусы аппарат (увлажнитель) алығыҙ.