Элек һәр ауылда тиерлек фельдшер-акушерлыҡ пункттары эшләне. Әммә, оптимизация еле ҡағылыу сәбәпле, ҡайһы бер медицина учреждениелары ябылыуға дусар булды. Йылайыр районының Һултантимер ауылы халҡы был йәһәттән бәхетле. Бында йылы, яҡты фельдшер-акушерлыҡ пункты бар. Тәжрибәле фельдшер Мәлгинә Ҡаҙаҡҡолова тәүлек әйләнәһенә ауылдаштарының сәләмәтлеген ҡайғырта, көн-төн тип тормай, ауырыуҙарға медицина ярҙамы күрһәтә.
Мәлгинә Әхмәҙулла ҡыҙы Һултантимер ауылында күп балалы ғаиләлә тыуған. Юлдыбай мәктәбенең 8-се класын тамамлаған ҡыҙ туғандарының өгөтләүе буйынса тәүҙә тегенсе һөнәрен үҙләштерә. Әммә күңеленә ятмаған эштә Мәлгинә ни бары ярты йыл ғына эшләп өлгөрә. Артабан ул бала саҡ хыялын тормошҡа ашырыу ниәте менән Сибай медицина училищеһына юллана.
Дипломлы фельдшер хеҙмәт юлын Иҫке Яҡуп ауылында башлай. Оҙаҡламай тырыш ҡыҙҙы анестезиолог ярҙамсыһы итеп район дауаханаһына эшкә саҡыралар. Шулай итеп, Мәлгинә Әхмәҙулла ҡыҙы 8 йыл дауамында хирургия бүлегендә маҡтаулы хеҙмәт өлгөһө күрһәтә. Йәш белгес комсорг эшен дә алып бара, саңғы ярышында беренселекте бирмәй. 1988 йылда ул яҙмышын ауылдашы Абдулла Fәҙелша улы менән бәйләй. Йәштәр тыуған ауылына ҡайтып төпләнә. Fаилә башлығы совхозда зоотехник, идарасы вазифаларын башҡара. Алсаҡ йөҙлө Мәлгинә Әхмәҙулла ҡыҙы фельдшер-акушерлыҡ пунктында эш башлай. Олоһона ла, кесеһенә лә ҙур ихтирам менән ҡараған, уларҙы дарыуҙар ярҙамында ғына түгел, ә йылы һүҙе менән дауалаған Мәлгинә Әхмәҙулла ҡыҙы тиҙ арала ауылдаштары араһында абруй ҡаҙана. Ул фельдшерҙарҙың республика кимәлендәге конкурсында ҡатнашып Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Почет грамотаһына лайыҡ була. Тырыш ханым Йылайыр район хакимиәтенең Рәхмәт хаты менән бүләкләнгән.
Ҡаҙаҡҡоловтарҙың татыу ғаиләһендә ике бала буй еткергән. Улдары Афзал һәм ҡыҙҙары Илгизә үҙ ғаиләләре менән Өфөлә йәшәй. Бер йыл элек Мәлгинә Әхмәҙулла ҡыҙы оло юғалтыу кисергән. Ҡаты ауырыуҙан уның тормош иптәше баҡыйлыҡҡа күскән. Әммә көслө ихтыярлы ханым бар ҡайғыһын яратҡан эше, балалары менән баҫа. Ҡырҡ йылға яҡын ғүмерен медицина өлкәһенә бағышлаған Мәлгинә Ҡаҙаҡҡолова бөгөнгәсә үҙ һөнәренә тоғролоҡ һаҡлап, ауылдаштарының сәләмәтлеген ҡайғыртып йәшәүен дауам итә.