Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
16 Ноябрь 2018, 16:18

Үҙебеҙҙә дауаланыу отошло

Глаукома һәм катаракта—иң таралған күҙ ауырыуҙары. Был сирҙәргә башлыса оло йәштәгеләр юлыға тиһәләр ҙә, һуңғы осорҙа ауырыуҙар йәшәрә барыуын иҫтән сығарырға ярамай. Күҙ ауырыуҙарын ваҡытында дауаламау һуҡырайыуға илтә.Быға тиклем Урал аръяғы халҡы катарактаға операцияны Өфөгә йә булмаһа Ырымбурға барып яһатһа, хәҙер Сибай үҙәк дауаханаһының офтальмология бүлегендә лә бындай медицина хеҙмәте күрһәтеү мөмкинлеге бар. Дауаханаға катарактаны ҡырыу кеүек юғары технологиялы операциялар уҙғарыу өсөн факоэмульсификатор урынлаштырылды.

Глаукома һәм катаракта—иң таралған күҙ ауырыуҙары. Был сирҙәргә башлыса оло йәштәгеләр юлыға тиһәләр ҙә, һуңғы осорҙа ауырыуҙар йәшәрә барыуын иҫтән сығарырға ярамай. Күҙ ауырыуҙарын ваҡытында дауаламау һуҡырайыуға илтә.
Быға тиклем Урал аръяғы халҡы катарактаға операцияны Өфөгә йә булмаһа Ырымбурға барып яһатһа, хәҙер Сибай үҙәк дауаханаһының офтальмология бүлегендә лә бындай медицина хеҙмәте күрһәтеү мөмкинлеге бар. Дауаханаға катарактаны ҡырыу кеүек юғары технологиялы операциялар уҙғарыу өсөн факоэмульсификатор урынлаштырылды.
—Был ҡорамал хәүефһеҙ, инновацион технологиялар ярҙамында операция тиҙ һәм сифатлы атҡарыла,— ти бүлектә аппаратты урынлаштырыуға булышлыҡ итеп, операциялар яһарға өйрәтеүсе Өфө күҙ ауырыуҙары фәнни-тикшереү институтының хирургы Раян Рәфҡәт улы Хисмәтуллин.—Урал аръяғында йәшәүселәргә был бик уңайлы. Факоэмульсификатор ярҙамында катарактаға йөйһөҙ хирургик операция яһау—был өлкәлә «алтын фонд» булып иҫәпләнә. Был ысул менән эшләгәндә өҙлөгөүҙәр булмай, ауырыу ҙа тиҙ арала һауыға.
Сибай дауаханаһына яңы аппарат урынлаштырылған көндө тәжрибәһе менән уртаҡлашырға килгән табип—беҙҙең яҡташ. Баймаҡ районының Беренсе Этҡол ауылы егете Раян Хисмәтуллин (һүрәттә һулда) дауаханаға эш сәфәре менән килгәндә 9 кешегә операция яһаны. Уға был эштә офтальмология бүлеге мөдире А.Х. Моталлапов ярҙам итте.
—Операция яһатыусылар араһында Урал аръяғы райондарынан да, Сибайҙан да кешеләр булды. Хәҙер инде үҙебеҙ оҫтарҙыҡ, материалдар ҙа етерлек, бер ниндәй тотҡарлыҡһыҙ юғары технологиялы операциялар эшләргә була,—ти Амур Хөрмәт улы.
Офтальмология бүлеге һуңғы арала яңы һулыш кисерә, матди-техник базаһы нығый. Бында шулай уҡ яңы дауахана асылғанда уҡ һатып алынып та, аҡса етешмәү арҡаһында эшләмәй торған ҡорамалдар ҙа эшкә көйләнгән.
Читайте нас: