Йәштәрҙе ауылға йәлеп итерҙәй республика һәм федераль программаларҙың булыуы һөйөнөслө булһа, ҡулдарына диплом алған ҡыҙ-егеттәрҙең ауылдарға ҡайтыуы икеләтә шатлыҡлы.
Дим Fәфәр улы Мөхәмәтйәнов Баймаҡ районының Һаҡмар ауылында ты- уып үҫкән. 2008 йылда Сибай медицина колледжының фельдшер бүлеген тамамлаған. Тыуған ауылына ҡайтып 3-4 ай эшләгәс йәш егет Ватан алдындағы бурысын үтәргә юллана. Дим медицина взводы командиры урынбаҫары булып хеҙмәт итә. Әрменән ҡайтҡас яратҡан эшен дауам итеп ауылдаштарының сәләмәтлеге һағына баҫа. Артабан Магнитогорск ҡалаһында «Ашығыс ярҙам» хеҙмәтендә эшләп ала. 2015 йылда Бетерә ауылының фельдшер-акушерлыҡ пунктына урынлаша. Оҙаҡламай Дим Мөхәмәтйәновты «Ауыл табибы» программаһы буйынса Әбдрәхмән ауылына эшкә саҡыралар. Һәр ерҙә үҙен тырыш, белдекле итеп танытҡан белгес бында ла һынатмай, ауыл халҡына сифатлы медицина хеҙмәте күрһәтә. Иҫке генә ағас бинала урынлаш-ҡан фельдшер-акушерлыҡ пунктында һалҡын булһа ла, Дим Fәфәр улы үҙенең күңел йылылығы менән кесеһенә лә, олоһона ла иғтибар бүлә, уларҙың сәләмәтлеген ҡайғырта. Бер йәшкә тиклемге сабыйҙар, йөклө ҡатындар, өлкән йәштәгеләр айырым хәстәрлек талап итә. Ҡаты сирләп киткәндәрҙең өйҙәренә барып ҡарау ҙа уның иңендә. Диспансер иҫәптә торған пациенттар айырым күҙәтеү аҫтына алынған. Дим Fәфәр улы әйтеүенсә, уға мөрәжәғәт итеүселәр араһында юғары ҡан баҫымы, шәкәр диабеты, бронхит менән яфаланыусылар байтаҡ.
—Кешеләр үҙҙәренең һаулығына етди иғтибар бүлеп еткермәй. Диспансерлаштырыуҙан баш тарталар. Сирҙе дауалауға ҡарағанда иҫкәртеүе еңелерәк. Профилактик сараларҙы үтәгән кешегә теләһә-ниндәй ауырыу-зәхмәт ҡағылып бармай, шуны иҫтән сығарырға ярамай. Ай һайын район дауаханаһынан табиптар, Иҫке Сибай поликлиникаһынан педиатрҙар килеп әбдрәхмәндәрҙең һаулығын тикшереп тора. Улар урында медосмотр ҙа үткәрә,—ти ауыл фельдшеры. Дим Fәфәр улын коллегалары ла, ауыл халҡы ла ихтирам итә. Улар кәләше Гүзәл Рәмил ҡыҙы менән ике ул үҫтерә.
Медицина өлкәһендә ярайһы уҡ тәжрибә туплаған Дим Мөхәмәтйәнов быйыл яҙғыһын «Иң яҡшы фельдшер» тип аталған район, төбәк конкурстарында ҡатнашып, призлы урын яулауға өлгәшкән. Конкурстың 3-сө этабында баш ҡалаға барып, район намыҫын уңышлы яҡлап, Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Почет грамотаһына лайыҡ булған.