Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
17 Сентябрь 2018, 17:25

Балалар дауаханаһы ремонтлана

Сибай ҡалаһының Балалар поликлиникаһы мөдире Фирүзә Хәлил ҡыҙы Аҡбулатова әйтеүенсә, балалар дауаханаһында ҙур күләмле ремонт эштәре башланған. Был үҙгәрештәрҙе ҡала халҡы күптән көтә ине. Сөнки тиҫтәләгән йылдар ремонт күрмәгән дауахана насар хәлдә ине. Иҫке тәҙрәләрҙән үтәнән-үтә ел өрөп торғанлыҡтан палаталарҙа һалҡын була торғайны. Ремонт барышында дүрт ҡатлы бинаның ҡыйығы ҡалайға, иҫке ағас тәҙрә рамдары пластикка алыштырыласаҡ.

Сибай ҡалаһының Балалар поликлиникаһы мөдире Фирүзә Хәлил ҡыҙы Аҡбулатова әйтеүенсә, балалар дауаханаһында ҙур күләмле ремонт эштәре башланған. Был үҙгәрештәрҙе ҡала халҡы күптән көтә ине. Сөнки тиҫтәләгән йылдар ремонт күрмәгән дауахана насар хәлдә ине. Иҫке тәҙрәләрҙән үтәнән-үтә ел өрөп торғанлыҡтан палаталарҙа һалҡын була торғайны. Ремонт барышында дүрт ҡатлы бинаның ҡыйығы ҡалайға, иҫке ағас тәҙрә рамдары пластикка алыштырыласаҡ. Тышҡы ишектәрҙе иркенәйтеп, тупһаның бер яғынан уңайлы пандус яһарға уйлайҙар. Шулай уҡ дауахананың 2-се ҡатында урынлашҡан «Йәштәргә дуҫтарса мөнәсәбәттәге клиника»ның бер кабинеты яңырыу көтә. «Һаҡсыл поликлиника» программаһы буйынса балалар поликлиникаһында ла үҙгәртеп төҙөү эштәре йәйелдереләсәк. Ауырыу һәм сәләмәт балалар өсөн инеү урыны, ҡабул итеү һәм төрлө процедуралар үткәреү кабинеттары айырым буласаҡ. Медицина ҡорамалдарына заявка бирелгән. Киләсәктә бәләкәй пациенттарҙы дауалау һәм хеҙмәтләндереү сифаты ла яҡшырыр тигән өмөттә ҡалабыҙ.