Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
22 Сентябрь 2017, 16:16

КҮҢЕЛ СӘЛӘМӘТЛЕГЕН ҠАЙҒЫРТЫП

Донъя булғас, төрлө хәлдәр булып тора: ғаиләлә аңлашылмаусанлыҡтар, эштә проблемалар, дуҫтар хыянаты һәм башҡалар. Күңел төшөнкөлөгөнә балалар ҙа, өлкәндәр ҙә берҙәй бирешә. Проблемаларҙы ололар ҙа ҡыйын үткәргәс, балалар тормоштағы ауыр хәлдәрҙе нисек ҡабул итергә тейеш? Сибай ҡалаһының үҙәк дауаханаһында тәүлек әйләнәһенә ауырыуҙар ҡабул иткән психотерапия бүлеге эшләй.

Донъя булғас, төрлө хәлдәр булып тора: ғаиләлә аңлашылмаусанлыҡтар, эштә проблемалар, дуҫтар хыянаты һәм башҡалар. Күңел төшөнкөлөгөнә балалар ҙа, өлкәндәр ҙә берҙәй бирешә. Проблемаларҙы ололар ҙа ҡыйын үткәргәс, балалар тормоштағы ауыр хәлдәрҙе нисек ҡабул итергә тейеш?
Сибай ҡалаһының үҙәк дауаханаһында тәүлек әйләнәһенә ауырыуҙар ҡабул иткән психотерапия бүлеге эшләй. Бында башлыса ауыр тормош хәленә тарыған, яҡындарын юғалтҡан, ғаилә ыҙғыштарына, аяуһыҙ мөғәләмә итеүгә, төрлө һынауға, ғәҙәттән тыш хәлгә дусар булған, баш-мейе йәрәхәте алғандар дауалана. Сирлеләргә бында психологик һәм медикаментоз терапиянан тыш, хәрәкәт итеү, физиотерапия, төркөм һәм шәхсән психотерапевтик сеанстар уҙғарыла. Психотерапевт, психолог проблеманы хәл итеү юлын тәү сиратта тыңлау һәм аңлау аша эҙләһә, урынлы кәңәш бирһә, массаж, рефлекс терапияһы кеүек заманса ысулдар кешенең күңел һаулығын нығытыуға, кәйефен күтәреүгә булышлыҡ итә. Стационар нервы-психик көсөргәнешлеккә бәйле сирҙәрҙе диагностикалау һәм дауалау ҡорамалдары менән тулыһынса йыһазландырылған.
Психотерапия бүлегенә пациенттарҙы табип-психиатр йүнәлтә. Дөйөм медицина селтәрендә бындай патологиялар киң таралғанлыҡтан терапевт, невролог, хатта гинеколог, эндокринолог, онкологтар ҙа дауаланыу курсы тәҡдим итеүе ихтимал. Госпитализациялауға поликлиниканың 113-сө кабинетында ҡабул иткән табип-психотерапевт һайлап ала. Пациенттың хәленә ҡарап дауаханаға ул мөрәжәғәт иткән көндә үк һалыуҙары мөмкин. Ауырыуҙы дауаханаға урынлаштырыу Сибай ҡалаһының Белов урамы, 19 адресы буйынса урынлашҡан ҡабул итеү бүлегендә атҡарыла. Поликлиниканың регистратураһы дүшәмбенән йомаға ҡәҙәр 08.00-16.30 сәғәттәрҙә эшләй. Белешмәләр өсөн телефон: 8(34775) 5-04-71.
Азамат Әхмәҙуллин.
Сибай үҙәк дауаханаһының баш табибы.