АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
29 Июнь 2017, 18:07

Хәлдәр киҫкенләшә

26 июнь—Халыҡ ара наркоманияға ҡаршы көрәш көнө. Әлбиттә, замана афәтенә әйләнгән был күренеш менән бер көндә генә көрәшеп, уны еңеп булмай. Сибай ҡалаһында был юҫыҡта Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешен контролдә тотоу идаралығының Сибай ҡалаһы бүлеге хеҙмәткәрҙәре тарафынан йыл әйләнәһенә төрлө эштәр алып барыла.

26 июнь—Халыҡ ара наркоманияға ҡаршы көрәш көнө. Әлбиттә, замана афәтенә әйләнгән был күренеш менән бер көндә генә көрәшеп, уны еңеп булмай. Сибай ҡалаһында был юҫыҡта Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешен контролдә тотоу идаралығының Сибай ҡалаһы бүлеге хеҙмәткәрҙәре тарафынан йыл әйләнәһенә төрлө эштәр алып барыла.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, наркомания тоҙағына эләккәндәр һаны йылдан-йыл арта. Үткән йылдың биш айында наркотиктарҙың за-конһыҙ әйләнешенә ҡағылышлы 56 енәйәт осрағы теркәлгән. Шуларҙың 40-ы был матдәне һатыу һәм таратыу менән бәйле. Был тәңгәлдә 32 енәйәт эше ҡаралған һәм судҡа тапшырылған. 21 кеше административ яуаплылыҡҡа тарт-тырылған.
Интернет селтәре һәр кемдең тормошона үтеп инде. Уның мөмкинлектәре киң: кәрәкле мәғлүмәтте, кешене табыу бер ни тормай. Тик мутлашыусылар ҙа уның менән бик оҫта ҡуллана. Һуңғы арала социаль селтәрҙәр һәм интернет сайттары аша наркотиктар һатыусы махсус магазиндар ҙа барлыҡҡа килә башлаған. Сибай бүлеге хеҙмәткәрҙәре тарафынан шундай 24 сайт асыҡ- ланған һәм уларҙы ябыу өсөн Роскомнадзорға хат йүнәлтелгән.
Шулай уҡ һуңғы арала наркотиктарҙы контактһыҙ һатыу ысулы киң таралыу алған. Һатыусы алдан билдәләнгән урынға наркотикты ҡалдырып китә, алыусы аҡсаһын күсерә һәм барып ала. Диалог күберәк социаль селтәр аша алып барыла. Шуның өсөн дә бындай наркотик таратыусыларҙың эҙенә төшөү ауырлаша. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешен контролдә тотоу идаралығының Сибай бүлеге хеҙмәткәрҙәре контактһыҙ һатыу менән булышҡан бер ғаиләне асыҡлай һәм тота. Әлеге көндә уларға ҡарата енәйәт эше асыл-ған һәм тикшеренеүҙәр алып барыла.
Енәйәт, тикшеренеү эштәре менән бер рәттән наркотиктарға һәм наркоманияға ҡаршы төрлө профилактик эштәр һәм опера-циялар ҙа үткәрелә. Йыл башынан алып «Наркозаслон», «Ҡайҙа үлем менән һатыу итәләр?» кеүектәре үтһә, әлеге көндә «Мәк» операцияһы бара. Уның барышында мәк, киндер үҫкән ерҙәр асыҡлана, уларҙы юҡ итеү буйынса төрлө саралар күрелә. Шулай уҡ балалар һәм үҫмерҙәр араһында наркоманияны киҫәтеү бу-йынса сараларға айырым иғтибар бүленә.
Читайте нас: