Ултырышта ҙур афәт булараҡ тарала барған балалар суициды темаһы күтәрелде. Башҡортостанда был киҫкен проблемаларҙың береһе булып иҫәпләнә. Росстат мәғлүмәттәре шуны күрһәтә: донъянан үҙ ирке менән китеүселәр һаны буйынса бөгөнгө көндә беҙҙең республика (халҡы һаны 4 миллиондан ашыу булған төбәктәр араһында) Рәсәйҙә беренсе урында тора. Бында йәш быуындың күп булыуы хәүеф тыуҙыра.
Быйылғы йылдың ун айында ғына Башҡортостанда 18 йәшкә тиклемгеләр араһында утыҙҙан ашыу суицид теркәлгән. Был аяныслы күренеш, ҡыҙғанысҡа күрә, Сибайҙы ла урап үтмәй. Мәҫәлән, 2012 йылда—11, 2013 йылда—2, 2015 йылда—7 (5 баланы ҡотҡарып өлгөрәләр), быйыл иһә 1 бала үҙ-үҙенә ҡул һалған. Яҡты донъя менән хушлашыусыларҙың 70%-ы—14-17 йәшлектәр. Бының төп сәбәбе: бала һәм ата-әсәләр араһында тыуған аңлашылмаусанлыҡ, конфликт, яҡын кешеһенең үлеме, үҙҙәренә иғтибар йәлеп итеү алымы һәм бәхетһеҙ мөхәббәт. Күп кенә үҫмерҙәр депрессив мәҙәниәт менән ҡыҙыҡһына, йәғни Интернеттағы социаль селтәрҙәрҙә үлемде пропагандалаған төркөмдәргә инеп, шундағы кешеләр менән аралашыуҙы хуп күрә. Билдәле, был эҙһеҙ үтмәй. Ошондай сайттар, төркөмдәр баланың психикаһына кире тәьҫир итә, бөтә проблеманан да ҡотолоу юлы бер—үлем тигән һығымтаға килтерә. Республикала был юҫыҡта 12 осраҡ теркәлгән.
— Беҙ, ата-әсәләр, үҙ балаларыбыҙ өсөн яуаплы. Тәрбиә өйҙә башланырға тейеш. Ошо эште мәктәпкә, уҡытыусыларға ғына тапшырып ҡуйыу дөрөҫ түгел. Бала үҙ-үҙенә йомолғанын күрәһегеҙ икән, тимәк, ниндәйҙер проблема бар. Унан сығыу юлдарын эҙләргә кәрәк. Fаилә эсендә генә хәл итеп булмай икән, психологтарга, балиғ булмағандар эше буйынса комиссияға мөрәжәғәт итергә мөмкин. Ситтән ярҙам һорауҙың ояты юҡ. Бала ғүмере—иң ҡәҙерлеһе. Ул өҙөлә икән, беҙ, өлкәндәр, ата-әсәләр, яуап бирергә тейешбеҙ. Йәш кенә балаларҙың үҙ ғүмерҙәрен ҡыйыуы бик аяныслы. Бындай хәлдәр ҡабатланмаһын өсөн ҡыҙ-улдарығыҙға күберәк иғтибар бүлегеҙ, яратығыҙ, уларҙы тыңларға ғына түгел, ишетергә өйрәнегеҙ. Күптәр балаһын матди яҡтан тәьмин итергә, башҡаларҙан кәм-хур итмәй үҫтерергә тырыша. Ләкин был аҙ, баланың күңеле, хис-тойғолары менән ҡыҙыҡһынырға онотмағыҙ,—тине үҙ сығышында балиғ булмағандар комиссияһы рәйесе Любовь Александровна Больших.
Комиссия ултырышының аҙағында психологтарга, социаль педагогтарға ата-әсәләр менән тығыҙ эшләргә ҡушылды. Ә ата-әсәләр балаларына иғтибарлы булырға, уның дуҫ-иштәрен, аралашҡан кешеләрен яҡшы белергә, үҫмерҙәр тормошон контролдә тоторға, Интернет менән ныҡ мауыҡтырмай, төрлө түңәрәктәргә йөрөтөргә тейеш.