-«Башавтотранс» баш предприятиеһының беҙгә даими рәүештә комфортабелле автобустар бүлеүе ҡыуаныслы. Тап «Ютонг» маркалы автобустар хеҙмәтләндергән маршруттар халыҡ араһында ныҡ популяр. Заказ буйынса пассажирҙар ташыу эше беҙҙә ныҡлы йәйелдерелгән. Быны етәкселек яҡшы белә, шуға күрә паркты заманса техника менән тулыландырыуға айырым иғтибар бүлә,—ти Сибай АТП-һы директоры Владимир Косарев.-Урал аръяғында был класҡа ҡараған автобустар беҙҙең предприятела иң күбе. Атап әйткәндә, шундай 5 техникабыҙ бар. Ике «Ютонг» көн дә Йылайыр аша Сибай-Өфө маршрутын хеҙмәтләндерә, ә берәүһе Асҡар-Белорет трассаһынан баш ҡалаға пассажиҙар ташый. Өфөгә тура маршрут ҡала, Урал аръяғы халҡы араһында ҙур һорау менән ҡулланыла. Яңы килгән техника ла ошо маршрутта пассажирҙарҙы хеҙмәтләндерәсәк. Техника паркының яңырыуы яңы эш урындары ла булдырыуға илтә. Автобус водителдәре лайыҡлы эш хаҡы ала. Йәғни, ир-егеттәргә ҡырға вахтаға китеп түгел, урында ла аҡса эшләү мөмкинлеге бар.
Шулай уҡ үрҙә әйтеүемсә, заказға пассажирҙар ташыу хеҙмәтен күрһәтәбеҙ: мәктәп уҡыусыларын һәм студенттарҙы күрше Магнитогорск ҡалаһына һәм башҡа ҙур ҡалаларға төрлө сараларға йөрөтәбеҙ.
-Яңы автобустар трассала йомшаҡ йөрөй, баш ҡалаға барып ҡайтыу арытмай. Хәүефһеҙлек ҡайыштары бик уңайлы булыуын айырып әйтәм. Бренды ғына ни тора, беҙҙе әллә ҡайҙан, алыҫтан күреп пассажирҙар минең автобусым килә, тип ҡыуана!--тип тәьҫораттары менән бүлеште Сибай автотранспорт предприятиеһы водителе Сәлим Сәитов.-Салон йылы, урындар йомшаҡ. Кешеләр оҙаҡ юлдан һуң да арыу тоймауҙарын белдереп, рәхмәт әйтеп төшә. Техник характеристика буйынса ла автобус ҡеүәтле: тауҙарҙы еңел артыла, һыйҙырыу һәм йөк ташыу мөмкинлеге лә ҙур. Салонға камералар ҡуйылған, водитель урынынан автобуста булған бөтә нәмәне күреп, күҙәтеп ултырам. Миңә оҡшай!
«Ютонг» маркалы автобустарҙа Өфөгә йыш йөрөгән пассажирҙар ҙа уларҙың комфортлы һәм йылы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала. Араның алыҫлығы ла артыҡ һиҙелмәүен дә белдерәләр. Билет хаҡына страховка инеүгә ҡарамаҫтан, юл йөрөү артыҡ ҡиммәткә төшмәй.
Гөлдәр Ҡадаева.
Максим Наздрачев фотолары