Бөтә яңылыҡтар
Ҡала тормошо
18 Декабрь 2025, 12:00

«Телмәр гармонияһы» үҙәге һөйләшергә өйрәтә

2025-2026 яңы уҡыу йылын башында «Аҡһылыу» балалар баҡсаһында физик мөмкинлектәре сикләнгән һәм телмрҙәре камил булмаған балалар өсөн «Һүҙ гармонияһы» тип аталған телмәр үҫтереү үҙәге асылды. Өс ай дауамында үҙәк Президент гранты проектын тормошҡа ашырыу буйынса уңышлы эш алып бара. Үҙәк асылғандан алып телмәрҙәрендә тайпылыш булған балалар ваҡытында коррекцион-үҫеш һәм комплекслы ярҙам ала. «Аҡһылыу» балалар баҡсаһы логопед-дефектологтары--Зөлфиә Шәфҡәт ҡыҙы Ҡәйепҡолова, Розалия Сәғит ҡыҙы Илбулова, Гөлназ Әмир ҡыҙы Мәхмүтова ҡыҙҙар-малайҙар менән етди шөғөлләнеп, телдәрен аса. Телмәрендә тотҡарлыҡтар булған балаларҙың ата-әсәләре иһә логопедия өлкәһендә белемдәрен практикала арттыра һәм ғаиләлә эмоциональ-психологик климатты яҡшыртырға мөмкинлеге ала.

«Телмәр гармонияһы» үҙәге һөйләшергә өйрәтә
«Телмәр гармонияһы» үҙәге һөйләшергә өйрәтә

 

 

Проект сиктәрендә коррекцион-үҫеш эшенең практик тәжрибәһен йомғаҡлап, грант аҡсаһына ошо көдәрҙә үҙәккә интерактив ҡорамалдар: «Мерсибо» логопедик флеш-карталар, ноутбук, аҡыллы логопедик көҙгө һәм «Тирмәкәй» интерактив комплексы ҡайтарылған. Заманса ҡорамалдар ярҙамында балалар уйын формаһында логопедик күнекмәләрҙе еңел үтәй һәм логопедик уйындарҙа ҡыҙыҡһынып уйнай.

Проекттың әһәмиәте һәм актуаллеген логопедтар ҙа, ата-әсәләр ҙә юғары баһалай.

-Минең ҡыҙым менән улым был үҙәктә бик теләп шөғөлләнә. Балалар баҡсаһына килеп инеү менән йүгереп инеп китәләр. Аҙ ғына ваҡыт йөрөүҙәренә ҡарамаҫтан алға китеш һиҙелә. Икеһенең дә теле асылды.Белгестәргә ҙур рәхмәт!—ти Эльвира Фәйзрахман ҡыҙы Бикбаева.

«Телмәр гармонияһы» мәрхәмәтлек телмәр үҙәге 5-7 йәшлек инвалид балалар һәм сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн иҫәпләнгән. Проект алты ай дауам итәсәк. Был ваҡыт эсендә балалар логопедтар, дефектолог менән шөғөлләнәсәк. Ә ата-әсәләргә балаларҙың телмәр үҫеше буйынса консультациялар һәм оҫталыҡ класстар үткәреләсәк.

Шуныһы мөһим: «Телмәр гармонияһы» үҙәге логопед хеҙмәттәре менән ҡулланмаған, телмәр үҫеше тотҡарланған 5-7 йәшлек инвалид балаларға логопедик, дефектологик, коррекцион-үҫеш хеҙмәттәре комплексын тәҡдим итә.

Һуңғы йылдарҙа һөйләшмәгән, һаҡау балалар һаны арта. Тап ошо проблема Бөтә Рәсәй инвалидтар ойошмаһының Сибай ҡалаһы бүлексәһе етәкселеге «Аҡһылыу» балалар баҡсаһында телмәр үҫеше үҙәге булдырыу идеяһын күтәреп сыға. Балалар баҡсаһы етәкселеге, логопедтар ҙа был тәҡдимде хуплай һәм президент гранты ярҙамында иң түәгеләрҙән булып шундай үҙәк асыуға өлгәшә.

-Телмәр үҫеше үҙәге, күреүегеҙсә, заманса логопедик ҡорамалдар менән йыһазландырылды. Был балаларҙы реабилитациялауҙа яңы технологиялар ҡулланыу мөмкинлек бирә һәм шөғөлдәргә ҙур ҡыҙыҡһыныу уята,--тине «Аҡһылыу» балалар баҡсаһының уҡытыусы-логопеды Зөлфиә Ҡәйепҡолова.

Уның һүҙҙәрен хеҙмәттәше Розалия Илбулова ҡеүәтләне:-Күнекмәләр индивидуаль һәм төркөм менән дә уҙғарыла. Логопед, дефектолог кабинеттары булдырҙыҡ,--тине белгес.

-Беҙҙең үҙәккә төрлө сәбәптәр арҡаһында балалар баҡсаһына йөрөмәгән һәм логопед хеҙмәттәре менән файҙаланмаған инвалид балалар йөрөй. Йәғни, үҙебеҙҙең «Аҡһылыу» балалар баҡсаһынан ғына түгел, тотош ҡала буйынса балаларҙы ҡабул итәбеҙ. Проект тамамланғас та, үҙәк был йүнәлештә эшен дауам итәсәк,--тине уҡытыусы-логопед Гөлназ Әмир ҡыҙы Мәхмүтова.-Проект телмәрҙәре тотҡарларған балаларға телдәрен асырға ярҙам итһә, ата-әсәләргә логопедия өлкәһендә практик күнекмәләр алырға, балалары өсөн хафаланыуҙы кәметәсәк, ғаиләлә эмоциональ-психологик климатты яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк. Коррекция-үҫеш эшенең практик тәжрибәһен йомғаҡлап шуны әйтәм: эшебеҙгә инновацион технологиялар индереп, инвалид балалар һәм сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар тәрбиәләгән ғаиләләрҙең тормош сифатын яҡшыртырға тырышабыҙ. Шулай уҡ был проект балаларға йәмғиәткә ылығыу, аралашыу даирәһен киңәйтеү мөмкинлеген бирәсәк.

Гөлдәр Ҡадаева.

«Телмәр гармонияһы» үҙәге һөйләшергә өйрәтә
«Телмәр гармонияһы» үҙәге һөйләшергә өйрәтә
«Телмәр гармонияһы» үҙәге һөйләшергә өйрәтә
Автор: Гульдар Кадаева
Читайте нас