Бөтә яңылыҡтар
Ҡала тормошо
17 Сентябрь 2025, 10:55

«Сибай. Ата-бабалар ере» этнопаркы саҡыра

Сибай ҡалаһының Арҡайым ҡасабаһы яғында үткән быуаттарға алып ҡайтҡан изге урын--«Сибай. Ата-бабалар ере» этнопаркы барлыҡҡа килде. Уны асыу тантанаһында ҡатнашыусылар тарих төпкөлөнә--IX-XIII быуаттарҙағы витяздар һәм рыцарҙар, боронғо башҡорттар йәшәгән заманға барып урағандай булды. Этнопаркты «Мираҫ» тарих клубы төҙөгән. Бүрәнән ҡапҡалар яһалған, ағас кәртәләү менән уратып алынған биләмәгә һаҡ башняһы ҡуйылған. Турнирҙар уҙғарыу урыны, кенәздәр ҡыуыштары, тирмәләр һәм сәхнә лә урын алған. Паркты асыу тантанаһы сиктәрендә этнопаркта «Үткән замандар» тип исемләнгән фестиваль дә ойошторолдо. Унда Сибай ҡалаһынан ғына түгел, башҡа төбәктәрҙән ҙә ҡунаҡтар ҡатнашты. Фестиваль парадтан башланды. Төрлө халыҡтарҙың милли кейемдәрендә сығыш яһаусылар ысын мәғәнәһендә алыҫ үткәндәргә алып ҡайтты. Ырымбур өлкәһенән килгән «Айыуҙар станы» хәрби-тарихи клубы боронғо кәсептәрҙе күрһәтте, көрәш ойошторҙо, сарала ҡатнашыусыларҙы уҡтан атырға өйрәтте.

«Сибай. Ата-бабалар ере» этнопаркы саҡыра
«Сибай. Ата-бабалар ере» этнопаркы саҡыра

 

 

тарихи урта быуат көрәше буйынса турнир уҙҙы. Көрәшселәр оҫталыҡтарын ғына түгел, көс-ҡеүәтен дә күрһәтте. Гүзәл заттар иҫтәре китеп ҡыйыу рыцарҙарҙың алышын күҙҙәтте.

Этнопаркты күрергә килеүселәр боронғо ҡорал һәм доспехтарҙы ҡараны. Балалар ҡылыс менән алышты, йөндән ҡурсаҡ яһап ҡараны, ҡаҙ ҡанаты менән яҙып ҡараны.

Боронғоса итеп утта бешерелгән аштың еҫе һәр кемдең танауын ҡытыҡланы, аппетитын асты. Шунда уҡ тоҙло кәбеҫтә һәм йомортҡа, башҡа милли ризыҡтар менән һыйланылар.

Магнитогорск ҡалаһынан килгән «Moppoз» фолк-рок төркөмөнөң сығышы фестивалгә айырым биҙәк өҫтәне. Уларҙың этник мотивтар ҡушып башҡарған йырҙары лирик мистика кеүек яңғыраны.

-Беҙҙең проект "Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ" милли проекты, Президент фондының мәҙәни инициативалар фонды һәм «Үҫеш сфераһы» автономлы коммерциалы булмаған ойошманың бағыусылыҡ ярҙамында тормошҡа ашырылды,--тине «Мираҫ» тарихи клубы етәксеһе Дмитрий Глухов.-Башҡорт һәм рус, башҡала халыҡтар мөхитен сағылдырған этнопарк асыу--эшебеҙҙең башы ғына. Беҙҙе боронғо халыҡтарҙың торлағы, йәшәү рәүеше, көнкүреш, хәрби әйберҙәр, кәсептәр, йәғни, ата-балалар менән бәйле бөтә нәмә лә беҙҙе ҡыҙыҡһындыра. Этнопаркҡа ингән урынға борнонғо стилендә бүрәнән эшләнгән ҡапҡа ҡуйылыу ысын мәғәнәһендә, үткән замандарға алып ингәндәй.

Этнопаркты асыуҙа Сибай ҡала хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Ишемғолова ҡатнашты.

-«Мираҫ» тарихи клубы етәксеһе һәм уның ағзалары менән 2 йылдан ашыу танышмын. Улар шул тиклем үҙ шөғөлөн ярата, тарих менән етди ҡыҙыҡһына: кейемдәр тегеп кейгәндәр, ҡалҡан, ҡылыс яһап алғандар, ҡул һығыштары, көрәш ойоштороп, йәш быуынды хәрби, патриотик рухта тәрбиәләүгә тос өлөш индерәләр,--ти Гүзәл Әхмәт ҡыҙы.-Был йүнәлешкә ярҙам итеүселәр табылыуына шатмын. Әле уларҙың хыялы тормошҡа ашты: үҙ биләмәләрен булдырҙылар. Фестивалде лә һәр кемдең күңеленә үтеп инерлек итеп ойошторғандар. Боронғо көнкүреште һынландырыуҙары, кәсептәрҙе тергеҙеүҙе, хәрби йүнәлештәрҙе сағылдырыуҙары бик ҡыҙыҡлы.

Этнопаркты асыуҙа сибайҙар һәм ҡала ҡунаҡтары ла ихлас ҡатнашты. Уларҙың һәр ҡайһыһы саранан ҡәнәғәт ҡалыуын, ошондай ҡыҙыҡлы урын күптән кәрәклеген белдерҙе.

-Ҡалалаштарҙың ыңғай фекерҙәрен ишетеп ҡыуандыҡ. Киләсәктә беҙҙең паркта төрлө фестивалдәр, турнирҙар һәм экскурсиялар ойошторолоуын теләйбеҙ. Башняларҙың береһендә музей булдырырға иҫәп тотабыҙ. Бөтә мәғлүмәт Бәйләнештә социаль селтәрендәге Этнопарк «Сибай. Вариҫтар ере» төркөмө сәхифәһендә сағылдырылып барасаҡ. Эшебеҙҙе хуплаған һәр кемгә рәхмәт белдерәм. Айырыуса шәхси эшҡыуар Александр Волковҡа рәхмәтебеҙ сикһеҙ.

«Сибай. Ата-бабалар ере» этнопаркы вариҫтарыбыҙҙың хәтер юлдары буйлап сәйәхәткә саҡыра, бында тарих, кәсепселек һәм тәбиғәт бергә үрелә.

Был майҙансыҡ күрше төбәктәрҙән, сит илдәрҙән килгән туристар өсөн ҡыҙыҡлы буласаҡ. Этнопарк даими рәүештә экспозицияларын яңыртып, төрлө йәш категориялары өсөн яңы интерактив программалар индерәсәк.

Музыканттар һәм ижади коллективтар сығыш яһай, кәсепселәр ҡул эштәрен һатыуға ҡуя аласаҡ.

Гөлдәр Ҡадаева.

«Сибай. Ата-бабалар ере» этнопаркы саҡыра
«Сибай. Ата-бабалар ере» этнопаркы саҡыра
Автор: Гульдар Кадаева
Читайте нас