Бөтә яңылыҡтар
Ҡала тормошо
7 Август 2025, 11:15

«Ҡайынҡай» яңыра һәм яҡтыра

Сибай ҡалаһының «Ҡайынҡай» балалар баҡсаһы гөрләп тора: бында күләмле ремонт эштәре ахырына яҡынлаша. Капиталь ремонт барышында бинаның эске һәм тышҡы яғы яңыртылған, уйын майҙансыҡтары төҙөкләндерелә. Был үҙ нәүбәтендә мәктәпкә тиклемге йәштәге балаларҙың уңайлы шарттарҙа белем һәм тәрбиә алыуына булышлыҡ итәсәк. -Бөгөнгө көндә балалар баҡсаһы бинаһының беренсе һәм икенсе ҡатының стеналарын штукартурлау эштәре тамамланып, буяу эштәрен башлау өҫтөндәбеҙ. Атап әйткәндә, йылы таш иҙән ҡойҙоҡ, плиткалар һалдыҡ, санитар узел ремонтланды, шулай уҡ һыу менән тәьмин итеү һәм йылытыу системалары яңыртылды,--ти бинаны төҙөү һәм монтажлау эштәре буйынса мастер Миҙхәт Ҡолдәүләтов.

«Ҡайынҡай» яңыра һәм яҡтыра
«Ҡайынҡай» яңыра һәм яҡтыра

 

Төҙөлөшкә үҙ эштәренең оҫталары йәлеп ителгән. Бинаның бер осонда урынлашҡан медицина пунктында эшләүсе штукатур-буяусылар менән аралаштыҡ.

-Һөнәрем буйынса ветсанитармын, Йылайыр районының Йылайыр ауылында уҡып һөнәр алдым. Тик яҙмыш ҡушыуы буйынса 1993 йылда Сибай ҡалаһының төҙөлөш идаралығына эшкә килгәйнем, шунан бирле штукатур-буяусы булып эшләйем. Йыл һайын ҡалала бер социаль объектҡа капиталь ремонт уҙғарып торабыҙ. 5-се мәктәпте, Р.Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында ла беҙ эшләнек,--ти штукатур-буяусы Фәриҙә Мөхәмәтова.-5-се мәктәптә ремонт эштәре һөҙөмтәһе буйынса ҡала хакимиәтенең Почет грамотаһына лайыҡ булдым. Эшемде яратып башҡарам. 

Уның янында эшләп йөрөүсе Рәмилә Хәмитова ла һүҙгә ҡушылды.

-Фәриҙә Зиннур ҡыҙы стеналарҙы тигеҙләй, ә мин уның артынан плитә йәбештерәм,--ти Рәмилә Рамаҙан ҡыҙы, эш барыштары менән таныштырып.-Беҙҙе шаяртып стена табиптары тип йөрөтәләр. Әлбиттә, эшебеҙ ауыр, әммә беҙгә фитнесҡа йөрөргә кәрәкмәй, беҙҙең эштә ауыр кәүҙәлеләр эшләй алмай.

Рәмилә Рамаҙан ҡыҙы 18 йәшенән төҙөлөштә эшләй. Сибайҙың 24-се һөнәрселек училищеһан тамамлағандан алып штукатур-буяусы һөнәренә тоғро. Һуңғы арала плитә йәбештереүгә оҫтарып алған.

Оҙаҡ йылдар ҡаланың «Ремстройцех» йәмғиәтендә эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. 3 бала әсәһе булараҡ, 57 йәштән пенсия ала башлаған. Хеҙмәт стажы 40 йылдан ашыу, шуға ла лайыҡлы рәүештә хеҙмәт ветераны исемен йөрөтә. Төҙөлөш тармағындағы намыҫлы хеҙмәте төрлө Маҡтау ҡағыҙҙары менән баһаланған.

Бинаның икенсе осонда Солтанова Миңзиә Ноғоман ҡыҙын тап иттек. Ул да төҙөлөштә оҙаҡ ваҡыт--10 йылға яҡын штукатур-буяусы булып эшләй.

Ошо йәмғиәт төҙөүселәре менән бергә былтыр Баймаҡ ҡалаһының лицей-интернатына капиталь ремонт яһағандар.

-Был йәмғиәттә эшләү оҡшай, етәкселәр булдыҡлы, мастер Миҙхәт Ҡолдәүләтов үҙ бурысын яҡшы белә,--ти Миңзиә Ноғоман ҡыҙы.

Миңзиә Солтанова Сибай ҡалаһының 24-се һөнәрселек лицейында уҡып, дөйөм төҙөлөш эштәрендә штукатур-буяусы һөнәрен үҙләштергән. -Хәҙерге ваҡытта штукутарлау эштәрен тамамлап, стеналарғҙы буяуға әҙерләйбеҙ, стеналарҙағы ҡытыршы урындарҙы бөтөрөү менән мәшғүлбеҙ,--ти штукатур-буяусы.

Миңзиә Ноғоман ҡыҙы бригадир ҙа. Уның ҡулы аҫтында Эльмира Әғзәм ҡыҙы, Гөлнара Игебаева, Рәсилә Йәнбәкова, ире Ринат Дәүләтовтар балалар баҡсаһы бинаһын тулыһынса тиерлек штукатурлап сыҡҡан. Эште 3 апрелдә башлағандар.

Әйтергә кәрәк, балалар баҡсаһында ремонт эштәре «Ғаилә» милли проектына һәм «Ғаиләне яҡлау» төбәк программаһы сиктәрендә үткәрелә. Был проекттар үҙ нәүбәтендә балаларҙы тәрбиәләү һәм үҫтереү шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелгән. 2025 йыл башында Рәсәй Президенты Владимир Путин инициативаһы менән илебеҙҙә балалар баҡсаларын капиталь ремонтлау программаһы ғәмәлгә инде. Был хаҡта ил етәксеһе Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә белдерҙе.

-Владимир Путиндың ҡарары буйынса бойомға ашырылған программа республикабыҙҙа был тәңгәлдәге эштәрҙе киңәйтеп ебәреүгә булышлыҡ итәсәк. Сөнки киләсәккә балалар баҡсаһында нигеҙ һалына. Тап балалар баҡсаһында шәхес формалашыуға ныҡлы булышлыҡ итәләр. Уңайлы шарттар балалар, ата-әсәләр, хеҙмәткәрҙәр өсөн мөһим,--тине республикабыҙ Башлығы Радий Хәбиров.

Ремонт барышында заманса экологик яҡтан таҙа материалдар ҡулланыла. Бындай материалдар мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениеһын матурайтып ҡына ҡалмай, һәр яҡлап хәүефһеҙ ҙә итә. Яңы уйын биләмәләре балаларҙың үҫеше өсөн кәрәкле бөтә нәмәләр менән тәьмин ителәсәк. Йомшаҡ түшәмдән алып белем биреү процесының ярҙамсы компоненттарына тиклем яңыртыла.

Өр-яңы төҫ алған «Ҡайынҡай» балалар баҡсаһы 15 августта үҙ ишектәрен асасаҡ. Шул ваҡытта инде балалар, педагогтар, хеҙмәткәрҙәр, ата-әсәләр яңыртылған, уңайлы балалар баҡсаһы мөмкинлектәрен баһалай аласаҡ. Әлегә кескәйҙәр яратҡан балалар баҡсаһына барыуҙарын түҙемһеҙлек менән көтә.

Гөлдәр Ҡадаева.

 

«Ҡайынҡай» яңыра һәм яҡтыра
«Ҡайынҡай» яңыра һәм яҡтыра
Автор: Гульдар Кадаева
Читайте нас