Йыйылған сумма түбән булһа, махсус иҫәптәге аҡсаны капиталь ремонт буйынса төбәк операторы иҫәбенә күсерәсәктәр. Башҡортостандың Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты был хаҡта махсус иҫәп хужаһына хәбәр итәсәк, ә ул үҙ сиратында бурысты ҡаплау кәрәклеге тураһында милекселәрҙе иҫкәртергә тейеш.
Бурысты ҡаплау ваҡыты – 5 ай. Ошо ваҡыт үткәнсе бурыс түләнһә, аҡса махсус иҫәптә ҡаласаҡ.
Кисектерелгән ваҡыт тамамланыуға 2 ай ҡалғанда бурыс түләнмәһә, махсус иҫәп хужаһы милекселәрҙең дөйөм йыйылышын үткәрә. Унда бурысты ҡаплау мәсьәләһе хәл ителергә тейеш.
Бирелгән осор тамамланыуға бурыс ҡапланмаһа йәки хужа уның түләнеүен раҫлаған документтар бирмәһә, үрҙә атап үтелгән дәүләт комитеты бер ай эсендә урындағы үҙидара органына ошо хаҡта хәбәр итә. Был орган төбәк операторы иҫәбендә капиталь ремонт фондын булдырыу тураһында ҡарар ҡабул итә һәм уны махсус иҫәп хужаһына ебәрә.
Артабан махсус иҫәп хужаһы ҡабул ителгән ҡарар менән танышҡандан һуң бер ай эсендә аҡсаны төбәк операторына күсерергә тейеш.