Яҙ быйыл иртә килде. Шуға ла ҡалала 17 мартта уҡ юлдарҙа соҡорҙарҙы ямауға әҙерлек эштәре башланды. Соҡорҙарҙы цифрлаштырыу уларҙың тәрәнлеген, ҙурлығын асыҡларға ярҙам итә.
-Юлдарҙы ремонтлау юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген дә кәметә, - ти юлдарҙы ремонтлау һәм төҙөү идаралығының төҙөкләндереү буйынса инспекторы
Фаил Яҡшығолов.
Һауа торошона ҡарап юлдарҙы ремонтлау һәм төҙөү идаралығы эшселәре юлдарҙағы соҡорҙарҙы ямаясаҡ. Төҙөкләндереү эштәре иң беренсе сиратта ҡала маршруттары йөрөгән үҙәк урамдарҙа атҡарыла.
Соҡорҙарҙы ямауға 5 кешенән торған ике бригада йәлеп ителәсәк. Уларға 2 берәмек техника ярҙам итә. Эшселәр термопрофиль ҡоролмаһы ярҙамында соҡорҙарҙы ямарға иҫәп тота. Шулай эшләгәндә асфальт онтағы ҡыҙа һәм соҡор яҡшы ямала. Эштәрҙең сифаты һәм тиҙлеге шулай уҡ һауа торошона бәйле. Көндәр йылы һәм ҡоро торһа, юлдар ҙа шул тиклем тиҙ ремонтланасаҡ.