АТАЙСАЛ
-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡала тормошо
4 Сентябрь , 10:00

Тормош һуҡмағынан 50 йыл бергә атлайҙар

Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлегендә “Демография” милли проектына ярашлы даими рәүештә 50,60,70, 75 йыл бергә йәшәгән ғаилә парҙары тәбрикләнеп тора. -Быйыл беҙҙең бүлеккә 36 юбиляр парҙарҙан ғариза килде. Йыл башында бер нисә ғаиләне гәүһәр туйҙары менән ҡотланыҡ. Бөгөн иһә ҡулға-ҡул тотоношоп, алтын туйҙарына килеп етеүсе 20 парға Республика Башлығының махсус бүләктәрен тапшырҙыҡ,--ти ҡаланың ЗАГС бүлеге начальнигы Айгөл Бохарбаева.

Тормош һуҡмағынан 50 йыл бергә атлайҙар
Тормош һуҡмағынан 50 йыл бергә атлайҙар

2024 йыл—Ғаилә йылы

Йәштәргә өлгө булған алтын юбилярҙар: Марат һәм Зәкиә Амантаевтар, Батыр һәм Валимә Әхмәтғәлеевтар, Павел һәм Мария Баскаковтар, Тәфтизан һәм Зифа Ғүмәровтар, Валерий һәм Надежда Ершовтар, Николай һәм Валентина Синицкийҙар, Ришат һәм Тәнзилә Үтәшевтар, Владислав һәм Нина Александровтар һәм башҡалар был көндө йәшлектәренә урап ҡайтҡандай булды. Уларҙың һәр ҡайһыһы тәүге тапҡыр күрешкән көндәрен, ҡауышыу мәлдәрен иҫтәренә төшөрҙө.

-Күршеңә мал һатма, ауылдан килен алма, тиһәләр ҙә, Йылайыр районының Юлдыбай ауылында ут күршем Батырға кейәүгә сыҡтым. Никахыбыҙ 7 июндә булды. Әсәйем дә, ҡәйнәм дә ҡаты кешеләр булды, уларҙың һүҙенән сыҡманыҡ.Тормош булғас барыһы ла булды, әммә беҙ бер бөтөн булыуыбыҙ менән барлыҡ ҡаршылыҡтарҙы еңдек һәм әле лә шулай итәбеҙ. Ирем бик эшлекле, ҡайғыртыусан, минең һүҙемде ишетә, тыңлай белә. Яҙмышымды уның менән бәйләүемә, 50 йыл ғүмер итеүем менән бәхетлемен. Бер ул һәм ҡыҙға ғүмер бүләк иттек. Ейән-ейәнсәребеҙҙең уңыштарына һөйөнөп йәшәйбеҙ,--тине Вәлимә Хәсән ҡыҙы Әхмәтғәлеева.

-Ирем менән уның ағайын армияға оҙатҡанда таныштыҡ. Оҙон сәсле, килешле итеп кейенгән, ипле итеп һөйләшкән егетте бер күреүҙән оҡшаттым. Өйләнешкәс, ҡырҙа Заполярьела йәшәнек, балаларыбыҙ шунда тыуҙы. Әле Мәскәүҙә йәшәйҙәр, тырышып эшләйҙәр. Улыбыҙ махсус хәрби операцияла ҡатнаша, уның имен-һау әйләнеп ҡайтыуын көтәбеҙ,--тип алдағы ғаилә парының һүҙҙәрен ҡеүәтләне Марат һәм Зәкиә Амантаевтар.-Хәҙер йәштәргә матур итеп йәшәр өсөн бөтә уңайлыҡтар ҙа бар. Беҙҙең заманға ҡарағанда тормош хәҙер күпкә яҡшыраҡ. Ата-әсәләр ҙә балалары тиҙерәк аяҡҡа баҫһын өсөн ныҡлы ярҙам итә, бер-береңде тыңлап, аңлап ҡына йәшәргә генә кәрәк.

Алтын туйҙарын билдәләүселәрҙең барыһы ла ғаилә ҡороу өсөн ғашиҡ булыу ҙа етә, ә оҙаҡ йылдар бергә йәшәү өсөн түҙемлек, сабырлыҡ, бер-береңде ихтирам итеү кәрәк, тип белдерҙе. Донъя көтөү ул етәкләшеп йәшел сирәм аша үтеү түгел, ауырлыҡтар ҙа, һынауҙар ҙа осрап тора, уларҙы лайыҡлы үтеү ғаиләне тағы ла нығыта, берҙәм итә тип тә өҫтәне.

Матур ғаиләләр күберәк булған һайын ил дә ныҡлы була. Йәштәргә ошо хаҡиҡәтте аңлатыу мөһим. Юбиляр парҙар яңы тормош башлаған кейәү һәм кәләшкә оло үрнәк кенә түгел, мөхәббәт һәм тоғролоҡ өлгөһө лә.

 

ЗАГС бүлеге хеҙмәткәрҙәре быйыл өйләнешеүҙәренә 50 йыл тулған ғаиләләрҙе үҙҙәренә мөрәжәғәт итергә саҡыра. Юбилярҙарҙың үҙҙәре менән паспорттарын һәм никах тураһында танытмаларын алып килеүҙәре мотлаҡ.

Гөлдәр Ҡадаева.

Тормош һуҡмағынан 50 йыл бергә атлайҙар
Тормош һуҡмағынан 50 йыл бергә атлайҙар
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: