Сибай ҡалаһы Ленин урамының 42-се, 44-се, 46-сы, 48-се, ошо йорттарға йәнәш урынлашҡан Чайковский урамының 2-се күп ҡатлы йорттары биләмәһе “Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса төҙөкләндерелә. Контракт күләме дөйөм алғанда 23404360 һум тәшкил итә.
Йәй башында эшселәр иҫке бордюр таштарын, асфальт япмаһын ырғытып, ҡыйлыҡҡа алып сығыу түгеү менән булышты. Квартал биләмәһенә видеокүҙәтеү ҡоролмалары ҡуйғандар, элекке балалар майҙансығын һүткәндәр. Төҙөүселәр ихатаға яҡтыртыу ҡоролмалары ҡуйырға, бордюр таштарын, асфальтты яңыртырға, балалар майҙансығын ҡорорға, автомобиль ҡуйыу өсөн урын яһарға, биләмәне йәшелләндерергә иҫәп тота.
👍-2019 йылда республика етәксеһе башланғысы менән ғәмәлгә индерелгән “Башҡорт ихаталары” программаһы ил буйынса үҙенсәлекле проект тип табылды. Ул асфальт түшәү һәм балалар өсөн уйын майҙансыҡтарын ҡуйыу кеүек эштәрҙән алып, төҙөкләндереү буйынса бөтә талаптарҙы үҙ эсенә ала,--тине йәмәғәт фекере лидеры, Сибай институты директоры Илдар Хәмитов .-Сибайҙа был программа сиктәрендә 5 йыл эсендә бик күп ихаталар яңы төҫ алды. Спорт, балалар майҙансыҡтарынан кеше өҙөлмәй. Ял итеү өсөн эскәмйәләр ҡуйылды, тротуарҙар, автомобилдәр ҡуйыу урындары киңәйтелде. Ихаталар хәҙер шул тиклем күркәм, ҡатын-ҡыҙҙар рәхәтләнеп сәскә үҫтерә. Бөтәһе өсөн дә етәкселеккә ҙур рәхмәт!